Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Оксана Дәүләтованың өс сабыйы церебраль фалиж менән тыуған

Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Оксана Дәүләтованың өс сабыйы церебраль фалиж менән тыуған https://bash.news/news/110129_blagoveshhen_alaynda_jshse_oksana_dltovany_s_sabyjy_cerebral_falizh_menn_tyuan
18 ноя 2019, 23:16

Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Оксана Дәүләтованың өс улы ла церебраль фалиждән яфалана. Игеҙәк Кирилл менән Семен һәм дүрт йәшлек Марк ауыр сирҙе төрлөсә үткәрә. Малайҙың икәүһе үҙаллы йөрөй алмай, икәүһенең күҙе күрмәй. Әммә өс туғандың береһен аяҡҡа баҫтырыу мөмкинлеге бар.

Ун өс йәшлек Семенға инвалидтар өсөн велосипед алырға ярҙам иткәндә малай үҙаллы хәрәкәт итә башлар тигән ышаныс бар. БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Өс бала тәрбиәләү – бәхет, әммә уларҙың өсөһө лә тыумыштан ДЦП менән яфаланғанда әсәнең һәр көнө һынауға тиң тиергә мөмкин. Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Оксана Дәүләтованың ун өс йәшлек игеҙәк улдары һәм дүрт йәшлек кинйә улы церебраль фалиж менән яфалана.

Ауыр сир өс бер туған малайҙа төрлөсә беленә – иң бәләкәс Марктың күҙҙәре бөтөнләй күрмәй. Кирилл үҙаллы ашай, йөрөй алмай, ә бына иң өлкәндәре – Семен физик мөмкинлектәре менән айырылып тора. Тап Семен туғандарын ҡарашырға ярҙам итергә тырышып әсәһенә көс өҫтәй.

Оксана Дәүләтова: “Тормош иптәшем менән айырылған осорҙа күп иланым. Семен минең илағанымды күреп йыуатырға тырышты. Әммә һөйләшә алмағас борсолоуҙары ҡалып бер нисә сәсе ағарҙы. Шул мәлдән алып бер ҡасанда иламаҫҡа һәм көслө булырға ант иттем. Балаларым, үҙем өсөн йәшәргә тырышасаҡмын”.

Әсә кеше малайҙарҙың сире тураһында улар тыуғас ҡына белә. Ҡатындың йөклө осоронда анализдар етди нәҫел сирҙәрен күрһәтмәй. Әммә гүзәл зат яҙмыш һынауҙары алдында юғалып ҡалмай, бөтә ғүмерен өс улын лайыҡлы тәрбиәләүгә бағышлай. Уникаль ғаилә тураһында билдәле блогер Рөстәм Нәбиев ишетеп тынышырға ҡунаҡҡа килә. Малайҙар менән фотосессия ойоштороп, йәмәғәт эшмәкәре әүҙем ғаилә тураһында социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыға.

Алина Вәлишина, «Үҙенсәлекле кадр» проекты етәксеһе: «Үҙенсәлекле кадр» проектында мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарҙы республикала билдәле шәхестәр менән фотоға төшөрәбеҙ. Рухи яҡтан көслө, төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған кешеләр малай-ҡыҙҙар өсөн өлгө булып тора. Рөстәм Нәбиев Семенды дәртләндереп уға ыңҫай тәьҫораттар бүләк итте».

Табиптар фаразлауынса, церебраль фалиждан интеккән өс малайҙың береһен аяҡҡа баҫтырыу мөмкинлеге бар. Спорт дәрестәренә, Лфк-ға даими йөрөгән Семен үҙе атларған өйрәнгән осраҡта уны телһеҙ-һаңғырауҙар мәктәбендә уҡытып буласаҡ. Өс малайҙы яңғыҙ тәрбиәләгән Оксананың бөтә аҡсалары фатир өсөн ипотека түләүгә һәм улдарын тәрбиәләүгә китеп тора.

Семендың хәрәкәтен әүҙемләштереү өсөн инвалидтар өсөн махсус велосипед талап ителә. Заманса ҡоролманың хаҡы 100 мең һумдан ашыу. Битараф булмаған граждандар Оксананың банк иҫәбенә ниндәй ҙә булма сумманы ебәреп Семендың тормошон еңелләштерергә ярҙам итә ала.

Автор: Флорида Ким.

Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Оксана Дәүләтованың өс сабыйы церебраль фалиж менән тыуған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста