Күгәрсен районының «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы осрашыу үткәрҙе

Күгәрсен районының «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы осрашыу үткәрҙе https://bash.news/news/110131_kgrsen_rajonyny_olo_ejek_yatashtar_ojoshmay_osrashyu_tkre/?lang=bash
18 ноя 2019, 23:22

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Күгәрсен районының «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы осрашыу үткәрҙе.

Йыйында оҫталарҙың ҡул эштәренән күргәҙмә эшләне. Райондан ижади төркөмдәр концерт проограммаһы менән сығыш яһаны. Төбәктән сыҡҡан шәхестәр һәм баш ҡалала уҡып йөрөүсе йәштәр өсөн бындай йыйылыштар оло әһәмиәткә эйә.

Осрашыу яҡташтарҙың аралашыу, танышыу урыны. Төбәктән сыҡҡан медицина белгестәре лә йыйылыштарҙан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, байрамға килеүселәр күреү һәләтен тикшертә алды.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Күгәрсен районының «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы осрашыу үткәрҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста