Стәрлематаҡ районындағы “Дуҫлыҡ” һәм Нуримандағы “Иҙел” хужалығы бал ҡорттарының күпләп үлеүендә ғәйепле

Стәрлематаҡ районындағы “Дуҫлыҡ” һәм Нуримандағы “Иҙел” хужалығы бал ҡорттарының күпләп үлеүендә ғәйепле https://bash.news/news/110185_strlemata_rajonynday_duly_m_nurimanday_iel_xuzhalyy_bal_orttaryny_kplp_leend_jeple/?lang=bash
19 ноя 2019, 15:10

Был предприятиеларҙа баҫыуҙарҙы эшкәрткәндә пестицид ҡулланылған. Халыҡҡа, шулай уҡ уҡ умартасыларға мәғлүмәт еткерелмәгән. “Дуҫлыҡ” хужалығында һауа шарттары иҫәпкә алынмаған.

Стәрлематаҡ районындағы “Дуҫлыҡ” һәм Нуримандағы “Иҙел” хужалығы бал ҡорттарының күпләп үлеүендә ғәйепле
Стәрлематаҡ районындағы “Дуҫлыҡ” һәм Нуримандағы “Иҙел” хужалығы бал ҡорттарының күпләп үлеүендә ғәйепле

Бынан тыш, эшселәр уҡытылмаған, улар һаҡлыҡ саралары менән тәьмин ителмәгән. Пестицидтарҙы һаҡлау талаптары ла боҙолған. Тикшереүҙәрҙән һуң прокуратура предприятие етәкселәренә ҡарата административ эш ҡуҙғатҡан. Уларға штраф һалынған. “Юлдаш” радиоһы июль-август айҙарында бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйне. Был хәл Башҡортостанда, шулай уҡ илдең 30-ға яҡын төбәгендә теркәлде. Эксперттар фекеренсә, пестицид һәм гербицидтарҙы контролһеҙ ҡулланыу бөжәктәрҙе юҡҡа сығарған. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Рәсәйҙә быйыл 3 мең күстән ашыу бал ҡорто үлгән.

Юлдаш
Новости партнеров
Афиши территория роста