Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашты https://bash.news/news/110214_bashortostan_bashlyy_radij_xbirov_rsj_transporty_xalyara_krgmend_atnashty/?lang=bash
19 ноя 2019, 19:00

Форумда транспорт тармағындағы ҡаҙаныштар барлана. Унда ҙур инфраструктура проекттары, инновацион алымдар, компаниялар эшмәкәрлеге менән танышырға мөмкин. Радий Хәбиров Башҡортостан экспозицияһын ҡараны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашты
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашты

Республика стендында юл төҙөлөшө һәм транспорт тармағындағы ҙур инфраструктура һәм инвестиция проекттары урын алған. Башҡортостан Башлығы Рәсәй Транспорт министры Евгений Дитрих менән эшлекле осрашыуҙа ҡатнашты. Унда ил төбәктәрендә тормошҡа ашырылған проекттар буйынса фекер алышыу булды.

Юлдаш
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»