Радий Хәбиров Мәскәүҙә Халыҡ-ара Рәсәй Транспорты форумында ҡатнашты

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Халыҡ-ара Рәсәй Транспорты форумында ҡатнашты https://bash.news/news/110224_radij_xbirov_msk_xalyara_rsj_transporty_forumynda_atnashty
19 ноя 2019, 22:45

Сарала Башҡортостандың транспорт һәм юл төҙөлөшө тармағында ғәмәлгә ашырылған инвестиция проекттары күргәҙмәһе ойошторолдо.Тәү сиратта, Салауат Юлаев проспектында тамамланып килгән юл төҙөлөшө иғтибар үҙәгендә булды.

Ҙур Өфө ҡулсаһы проекты яҡынса 15 млрд һумға барып баҫыр тип күҙаллана. Шулай уҡ белгестәр Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшө буйынса фекер алышты. Өфөнөң Интернациональ урамында быйыл төҙөлә башланасаҡ автомобиль күпере 10 млрд һумға баһалана.

Халыҡ-ара форум сиктәрендә Башҡортостан рәсми делегацияһы транспорт тармағын үҫтереүгә арналған конференцияларҙа һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыр тип көтөлә. Эш сәфәренең маҡсаты федераль бюджеттан һәм инвесторҙарҙан финанстар йәлеп итеү.

Автор: Флорида Ким.

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Халыҡ-ара Рәсәй Транспорты форумында ҡатнашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста