Республика бюджеты тураһындағы закон проектын ҡабул иткәндә халыҡ фекере иҫәпкә алынасаҡ

Республика бюджеты тураһындағы закон проектын ҡабул иткәндә халыҡ фекере иҫәпкә алынасаҡ https://bash.news/news/110229_respublika_byudzhety_turaynday_zakon_proektyn_abul_itknd_xaly_fekere_ipk_alynasa/?lang=bash
19 ноя 2019, 22:48

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа алдағы өс йылға тәҡдим ителгән төп финанс документ буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Сарала меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Улар төрлө министрлыҡ-ведомстволар етәкселегенә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын, тәҡдимдәрен еткерә алды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Башҡортостандың дөйөм килем күләме 194 миллиард һумға етергә тейеш, сығымдар күберәк – 216 миллиард һум тәшкил итә. Ҡаҙнаны тулыландырыу сығанаҡтары шул уҡ ҡала – һалымдар, акциздар, дәүләт мөлкәтен ҡулланыуҙан килгән аҡса. Депутаттар билдәләүенсә, бюджеттың етмеш проценты социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә йүнәлтелә. Милли иҡтисад, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибар юғары. Мәғариф тармағын үҫтереүгә генә 52 миллиард һум тотоноласаҡ. Әйтәйек, был сумманың күп өлөшө яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлөшөнә, үҫеш нөктәләре, һанлы белем биреү мөхите булдырыуға йүнәлтеләсәк.

Лира Иғтисамова, Башҡортостандың финанс министры: “Республика Хөкүмәте алдында иң өҫтөнлөклө бурыс – заманса белем биреү системаһын булдырыу. Мәктәп автобустарын яңыртыуға аҡса бүленәсәк. Мәғариф учреждениеларына капиталь ремонт яһау ҡаралған. Волейбол, көрәш, гимнастика менән шөғөлләнеүгә мөмкинлектәр арта – яңы спорт объекттары төҙөләсәк”.

Солтан Баҙыҡов, йәмәғәт тыңлауҙарында ҡатнашыусы, Өфөнөң 21-се лицейы директоры: “Шуныһы ҡыуандырҙы, Стәрлетамаҡта яңы кванториум асыла һәм өс күсмә кванториум төҙөлә. Өфөлә ул ике-өс йыл эшләй. Беҙҙең балалар робототехника, менталь арифметикаға өйрәнеп, төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай”.

Республика бюджеты тураһындағы закон проекты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында тәүге уҡыуҙа ҡараласаҡ. Депутаттар йәмәғәт тыңлауҙары һөҙөмтәләрен иҫәпкә аласаҡ. Әйткәндәй, алдағы ике көндә һәр кем үҙенең тәҡдимдәрен экранда күрһәтелгән электрон адрес аша ебәрә ала. Финанс документ эстәлеге менән парламенттың һәм Башҡортостандың Финанс министрлығы рәсми сайттарында танышырға була. Йәмәғәт тыңлауҙарында ҡатнашыусылар билдәләүенсә, киләһе йылдарға иҫәпләнгән бюджет, тәү сиратта, социаль йүнәлешле, йәғни халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән булыуы менән камил.

kbudget@bashkortostan.ru

Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, йәмәғәт тыңлауҙарында ҡатнашыусы: “Бергә йыйылып фекер алышыу – бик яҡшы күренеш, республика буйынса ышаныслы бюджет”.

Роза Бикбова, йәмәғәт тыңлауҙарында ҡатнашыусы, Сибай ҡалаһы: “Бөгөнгө сарала беҙ аңланыҡ, бюджет бик ауыр нәмә, бик күп иғтибар бирелә юл төҙөлөшөнә, газ үткәреүгә”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Республика бюджеты тураһындағы закон проектын ҡабул иткәндә халыҡ фекере иҫәпкә алынасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста