Рәсәй коммунистары партияһы «Һуғыш балалары» тураһындағы закон проекты менән сығыш яһаны

Рәсәй коммунистары партияһы «Һуғыш балалары» тураһындағы закон проекты менән сығыш яһаны https://bash.news/news/110240_rsj_kommunistary_partiyay_uysh_balalary_turaynday_zakon_proekty_menn_syysh_yaany
19 ноя 2019, 23:34

Әммә Дәүләт Думаһы депутаттары был тәҡдимде бер нисә тапҡыр кире ҡаҡты. Шуға ла әлеге ваҡытта фракцияның урындарҙағы төбәк бүлексәләре үҙ парламенттарына ошо туралағы документар әҙерләй.

Закон проекты Бөйөк Ватан һуғышы балалары өсөн матди ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Бының өсөн Рәсәй гражданы булыу менән бер рәттән, 1928 йылдан алып 1945 йылдың 2 сентябренә тиклем осорҙа тыуыу шарт. Тап ошо категорияға эләгеүселәр ваҡытында бала саҡтарын юғалтып, оло михнәттәр кисереп йәшәй.

Әле лә уларҙың күбеһенә төрлө ауырлыҡтар күрергә тура килә. Шуға ла Башҡортостан коммунистары Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға «Һуғыш балалары» тураһындағы закон проектын тәҡдим итте. Хәҙер улар был документтың башҡа партия вәкилдәре лә хуплау табыр тигән ышаныс белдерә.

Автор: Илдар Байбулатов.

Рәсәй коммунистары партияһы «Һуғыш балалары» тураһындағы закон проекты менән сығыш яһаны

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста