Башҡортостан делегацияһы Австрияла Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Дмитрий Любинский менән осрашты

Башҡортостан делегацияһы Австрияла Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Дмитрий Любинский менән осрашты https://bash.news/news/110311_bashortostan_delegaciyay_avstriyala_rsje_ttn_tysh_m_tuly_xouly_vkile_dmitrij_lyubinskij_menn_osrashty
20 ноя 2019, 21:38

Республика делегацияһын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров етәкләй. Рәсми делегация составына министрлыҡтар, ведомство етәкселәре инә.

Эш сәфәренең төп маҡсаты булып халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләү тора. Андрей Назаров белдереүенсә, Австрия менән бәйләнештәрҙе нығытыуға Республика башлығы ҙур иғтибар бүлә. Әле иҡтисади үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр барлана, ә Башҡортостан менән Австрия күптәнге эшлекле партнерҙар.

Мәҫәлән, июндә асылған Өфө-Вена авиарейсы эшҡыуарҙар һәм туристар араһында бик популяр. Уның менән Башҡортостан вәкилдәре генә түгел, күрше төбәктәрҙә даими файҙалана. Дмитрий Любинский иһә яҡташтарыбыҙҙы быйыл старт алған «Сочи диалогы» Рәсәй-Австрия йәмәғәтәселек форумында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Осрашыу барышында ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре билдәләнде, сәнәғәт, ауыл хужалығы, агросәнәғәт комплексы, туризм өлкәһе тикшерелде.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан делегацияһы Австрияла Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Дмитрий Любинский менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста