Өфөлә илдә тәүге тапҡыр хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән уҡытыу форумы үтә

Өфөлә илдә тәүге тапҡыр хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән уҡытыу форумы үтә https://bash.news/news/110312_fl_ild_tge_tapyr_xemt_eteshteresnlegen_arttyryua_jnltelgn_uytyu_forumy_t
20 ноя 2019, 21:39

Хакатон рәүешендә уҙғарылған сара илдең төрлө төбәктәренән 60-ҡа яҡын предприятие вәкилдәрен, эшҡыуарҙарҙы тупланы. Форум һөҙөмтәләре буйынса производство мәҙәниәтен тергеҙеү буйынса ҡарарҙар ҡабул ителәсәк. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажында.

Йәғни, тәгәрмәс өҫтөндәге счетчик. Нефттең күпме сыҡҡанын, нисек сарыф ителгәнен тикшереү өсөн. Ә быныһы инде күп функциялы станция. Нефть сығарыласаҡ урынға ул барлыҡ агрегаттары менән әҙер килеш алып барып ултыртыла.

Предприятие бындай комплекстарҙы тулыһынса үҙе етештергән деталдәрҙән йыя.

Бер ошондай йортто әҙерләү өсөн ярты йылға тиклем ваҡыт талап ителә. Әммә уның ике айы тиерлек ҡағыҙ, проектлау эштәренә китә.

Тиҙҙән эш процессын тиҙләтеү мотлаҡ шарт буласаҡ. Предприятие илдең хеҙмәт етештереүен арттырыу милли проектына ингән. Уға ярашлы, эш барышы күпкә әүҙемләштерелергә һәм сығарылған продукция ла артырға тейеш.

Айҙар Нәсибуллин, «Нефтегазинжиниринг» предприятиеһы генераль директоры: “Етештереү ваҡыты ҡыҫҡартылыу менән сығарылған продукция күләме лә лә артасаҡ. Һөҙөмтәлә эш хаҡы ла күтәрелер тип көтөлә. Икенсенән, хеҙмәт көсөнөң дә бушатылыуы күҙаллана. Уларҙы беҙ яңы ҡорамалдар етештереүгә, фәнни-техник эшмәкәрлеккә йәлеп итә аласаҡбыҙ”.

Хеҙмәт һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләре баш ҡалала тәүгә үткән Етештереүсәнлек лидерҙары проектында ла өйрәнелде. Хакатон, йәғни мейе штурмы (аҡыллы бәхәс) форматында үткән сарала илдең төрлө төбәктәренән алтмыштан ашыу предприятие вәкилдәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты. Улар бишәр кешенән торған командаларға бүленеп мәшғүллекте тәьмин итеү һәм производствоны камиллаштырыу мәсьәләләрен барланы.

Петр Засельский, Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары: “Производство мәҙәниәте һуңғы йылдарҙа юҡҡа сыҡты. Советтар союзы тарҡалғандан алып етештереүсәнлекте арттырыу буйынса белем камиллаштырыу булманы. Беҙ хәҙер был дициплинаны кире ҡайтарырға тейешбеҙ. Ябай эшсенән алып етәксегә тиклем производство һөҙөмтәлелеген артырыу тураһында белергә һәм уның өҫтөндә эшләргә тейеш. Ә милли проект был процесстарҙы тиҙләтә генә. Эволюция юлы менән генә үҫешһәк бик оҙаҡ ваҡыт үтәсәк.”

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллекте тәьмин итеү милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар үҙ сиратында дәүләттән ярҙам ала. Ташламалар ҙа хеҙмәт етештереүен арттырыуға йүнәлтелгән. Бындай преференциялар республиканың 50 предприятиеһына биреләсәк.

Милли проектҡа ингән предприятиелар байтаҡ ташламалар ала. Мәҫәлән, хеҙмәткәрҙәрҙең белемен камиллаштырыу, субсидиялар, түбән процентлы кредиттар алыу мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ донъя баҙарына сығыу буйынса ла ярҙам күрһәтеләсәк. Ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан быйыл ғына 3 йөҙ миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Урындағы бюджеттан да финанслау ҡаралған.

Етештерәүсәнлек лидерҙары уҡытыу форумы Өфөлә башланып илдең тағы ун төбәгендә үтәсәк. Улар һөҙөмтәһендә федераль округ үҙ тәҡдимдәрен әҙерләй. Һуңынан был ҡарарҙар ил кимләендә һынау үтә һәм хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә ҡулланма булараҡ ҡабул ителәсәк.

Автор: А.Кәбиров.

Өфөлә илдә тәүге тапҡыр хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән уҡытыу форумы үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста