Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов үҙ теләге менән отставкаға китеүе тураһында ғариза яҙған

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов үҙ теләге менән отставкаға китеүе тураһында ғариза яҙған https://bash.news/news/110325_xjbulla_rajony_xakimite_bashlyy_rail_ibraimov_telge_menn_otstavkaa_kitee_turaynda_ariza_yaan
20 ноя 2019, 23:31

Бындай ҡарарға ул юғары хаҡ менән сифатһыҙ материалдарҙан эшләнгән автобус туҡталҡаларына ҡағылышлы ғауғанан һуң килгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һуңғы оператив кәңәшмәлә был хәлгә юл ҡуйыусыларҙы асыҡларға ҡушҡайны. Сөнки объекттарҙың хаҡы кәм тигәндә ике тапҡырға арттырып күрһәтелгән. Өҫтәүенә, ул билдәләнгән проект менән бөтөнләй тап килмәй.

Хәйбулла районында йөҙ мең һумға автобус туҡталҡаһы төҙөүҙәре тураһында хәбәр таралғас республика етәксеһе контроль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен ебәргән. Асыҡланыуынса, районда 958 мең һумға 10 туҡталҡа төҙөлгән. Йәғни, һәр береһе 95 мең һум тирәһе. Радий Хәбиров бындай тәртипһеҙлектәргә юл ҡуйыусылар менән эшләргә теләмәүен белдерҙе.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов үҙ теләге менән отставкаға китеүе тураһында ғариза яҙған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста