Юлаевсылар «Куньлунь» клубын 1-0 иҫәбе менән еңде

Юлаевсылар «Куньлунь» клубын 1-0 иҫәбе менән еңде https://bash.news/news/110331_yulaevsylar_kunlun_klubyn_10_ibe_menn_ede
20 ноя 2019, 23:36

«Салауат Юлаев» хоккейсылары бөгөн үҙ боҙонда Ҡытайҙың «Куньлунь» клубын ҡабул итте. Уйындың яҙмышын берҙән-бер шайба хәл итте. Осрашыу башында Никита Сошников индергән гол юлаевсыларға 1-0 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Был еңеүҙән һуң Башҡортостан командаһы 37 мәрәй менән көнсығыш көнференцияла өсөнсө урынға менде.

Юлаевсылар киләһе осрашыуын 22 ноябрҙә Хабаровскиҙың «Амур» клубына ҡаршы үткәрә.

Юлаевсылар «Куньлунь» клубын 1-0 иҫәбе менән еңде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста