Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыуҙа йәнә үҙгәрештәр әҙерләнә

Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыуҙа йәнә үҙгәрештәр әҙерләнә https://bash.news/news/110406_bashortostanda_spirtly_esemlektr_atyua_jn_greshtr_erln
21 ноя, 19:23

Алкоголь менән сауҙа итеүҙе киске һигеҙҙән иртәнге сәғәт унға тиклем сикләү тәҡдим ителә. Был турала “Айыҡ Башҡортостан” проектының йәмәғәт советы ултырышында әйтелде. Рәсәй Генераль прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙең республика эскән килеш ҡылынған енәйттәр буйынса илдә беренсе урында тора.

Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыуҙа йәнә үҙгәрештәр әҙерләнә
Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыуҙа йәнә үҙгәрештәр әҙерләнә

Спиртлы эсемлектәр менән һатыу иткән магазиндар Өфөлә генә бер йылда 39 процентҡа артҡан. Проект координаторы, депутат Рөстәм Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, алкоголь һатыу ваҡытын сикләү алдынан ентекле анализ яһала.

Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыуҙа йәнә үҙгәрештәр әҙерләнә

“Айыҡ Башҡортостан” проектының йәмәғәт советы ултырышында алкоголде уҡыу йорттарына яҡын урындарҙа һатыуҙы тыйыу башланғысы менән дә сыҡтылар.

Юлдаш
Новости партнеров
Афиши территория роста