Радий Хәбиров: «Алға» махсус иҡтисади биләмәһенең тәүге резиденттары 24 миллиард һум аҡса килтерәсәк»

Радий Хәбиров: «Алға» махсус иҡтисади биләмәһенең тәүге резиденттары 24 миллиард һум аҡса килтерәсәк» https://bash.news/news/110417_radij_xbirov_ala_maxsus_itisadi_bilmene_tge_rezidenttary_24_milliard_um_asa_kiltersk
21 ноя 2019, 23:04

Киләһе 10 йыл эсендә «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә 17 резидент эш башлап, етештереү ҡеүәттәрен урынлаштырыр тип көтөлә. Әле үк, химия, аҙыҡ-түлек, ҡорамалдар эшләү сәнәғәте өлкәһендә төп инвесторҙар менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Капиталь һалымдарҙың дөйөм күләме 24 миллиард һум кимәлендә баһалана. Был турала бөгөн Ишембай районына Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәре барышында билдәләнде. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы дауам итә.

Урамдарға ҡырсынташ түшәлгән, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған, һыу, газ селтәрҙәре һуҙылған. Ишембайҙың Юрматы биҫтәһе халҡы былтыр Радий Хәбировҡа уңайлы мөхит тыуҙырыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәйне. Проблемалар хәл ителгән.

Ишембай «Алға» махсус иҡтисади зонаһының бер өлөшө, төбәктә тәүге резиденттар барлыҡҡа килгән дә инде. Шуларҙың береһе – Технолоджи предприятиеһы. Ул диодлы яҡтыртыу ҡоролмалары етештереү буйынса махсуслашҡан. Бында 300 миллион һум инвестиция һалынған.

Проектты ике этапта тормошҡа ашырыу ҡарала, предприятие үҙ продукцияһы менән тотош республиканы тәьмин итә ала, әле келәттәрҙә 12 мең әҙер ҡоролма бар, 320-не Ишембай ҡалаһы алған.Радий Хәбиров район-ҡалаларға Ишембай яҡтыртыу ҡоролмаһын алырға ҡушты. Район етәкселеге әйтеүенсә, махсус иҡтисади зона киң мөмкинлектәр аса.

Төҙөлөш, төҙөкләндереү һәр ауылда бара. Мәҫәлән, Иҫке Ишембай ҡасабаһындағы клуб урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә ремонтланған, обьекттың ҡыйығы яңыртылған, эстә төҙөкләндереү бара, клубта иҫке газ ҡаҙанлығын да алмаштырыу ҡаралған. Радий Хәбиров халыҡтың әүҙемлеген хупланы.

Иҫке Ишембай ауылында медицина пункты яңынан ишектәрен асҡан Медицина учреждениеһы 2014 йылда оптимәлләштереү һөҙөмтәһендә ябылған була, әммә халыҡтың һорауы буйынса быйыл медицина пунктының эшен тергеҙергә хәл ителә, ремонт урындағы бюджет иҫәбенә башҡарыла. Петровское ауылындағы балалар йортонда ремонт үткән. Бында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 23 бала тәрбиәләнә. Педагогтар әйтеүенсә, төп маҡсат шарттарҙы өйҙөкөнә яҡынайтыу.

Яңы һулыш кисергән тағы бер обьект Петровское участка дауаханаһы, медицина учреждениеһы элекке урман хужалығы бинаһына күсерелгән. Бында 23 миллион һумға ремонт үткәрелгән һәм ҡоролмалар һатып алынған. Халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ, дауаханала көндөҙгө стационар ҙа, хатта паллиатив ярҙам бүлеге лә бар.Һайран ауылында ла ошо аҙнала ғына яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылған, обьекттың хаҡы 4 миллиард һумға яҡын. Бынан тыш мәктәптең ҡоймаһы, спорт залы ремонтланған, халыҡҡа уңайлы мөхит тыуҙырыу бара. Киләһе йыл янғын һүндереү часы төҙөләсәк, тине Радий Фәрит улы.

Ишембай районында башлыҡ сәғәте лә үтте, республика һәм район етәкселегенең осрашыуында һүҙ төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше, алда торған бурыстар хаҡында барҙы. Радий Хәбировтың Ишембайға был эш сәфәре икенсеһе, тәүгеһендә күберәк пландар билдәләнһә, бөгөнгөһөн һорауҙарҙың үтәлешен тикшереү, эштәрҙе ҡабул итеү тип әйтергә мөмкин. Йәғни ерле халыҡты борсоған проблемалар эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров: «Алға» махсус иҡтисади биләмәһенең тәүге резиденттары 24 миллиард һум аҡса килтерәсәк»

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста