Белорет районы хакимиәтендә беренсе тапҡыр башҡорт телендә кәңәшмә үтте

Белорет районы хакимиәтендә беренсе тапҡыр башҡорт телендә кәңәшмә үтте https://bash.news/news/110420_beloret_rajony_xakimitend_berense_tapyr_bashort_telend_kshm_tte
21 ноя 2019, 23:27

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләренә арналған кәңәшмәгә йыйылған 150-нән ашыу хеҙмәткәрҙе саф башҡорт телендә тәбрикләп, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның шиғыр юлдарын уҡып ишеттерҙе.

Районда бер ҡала, 19 ауыл биләмәһе бар. Инйәр, Сермән, Ассы ауыл биләмәләре башлыҡтары саф башҡорт телендә телмәр тотто.Социаль контаркт нигеҙендә мотаж ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтеү, «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыу, ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереү, урындағы башланғыстарҙы хуплау программаларында ҡатнашыу үтәлеше, башҡорт телендә донъя күргән "Урал" гәзитенән яҙылыу, урындағы матбуғатты үҫтереү мәсьәләләренә арналған мөһим һорауҙар ҡаралды.

Районда мәғарифты үҫтереүгә лө етди иғтибар бүленә. Үҙенең башҡорт телендә сығышында Абҙаҡ урта мәктәбе директоры районда «Үҫеш нөктәһе», «Ворлд –скилс»проекттарын ғәмәлгә ашырыу,милли технологик инициативаға таянып, мәктәптә үк һәләтле балаларҙы күреп, үҫтереү юлдарын барланы. «Үҫеш нөктәһе» проекты аша аша балаларға тәбиғи һәм техник фәндәр, һанлы тенологиялар, гуманитар йүнәлештәр буйынса белем алыу мөмкинлеген асыуҙа уңыштар менән уртаҡлашты.

Йыйылыш башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһе күпкә киң булыуын күрһәтте. Иҙел башындағы ауыл хакимәттәрендә туған телдә йыйылыштар уҙғарыу тәжрибәһе быға тиклем уңышлы ҡулланылып килгән, әммә һуңғы бер нисә йылда билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында онотолоп торған. Район кимәлендә ойошторолған фекер алышыу башҡорт телен рәсми тел булараҡ ҡулланыуға яңынан этәргес бирер ,тигән теләк менән таралышты ултырышта ҡатнашыусылар.

Автор: Гүзәл Борханова

Белорет районы хакимиәтендә беренсе тапҡыр башҡорт телендә кәңәшмә үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста