Радий Хәбиров: “Был республика һәм Өфө абруйын ҡаҡшатыу”

Радий Хәбиров: “Был республика һәм Өфө абруйын ҡаҡшатыу” https://bash.news/news/110480_radij_xbirov_byl_respublika_m_f_abrujyn_ashatyu
22 ноя 2019, 19:04

Баш ҡалала дельфинарий төҙөү буйынса ойошторолған йәмәғәт тыңлауҙары һәм аныҡлап әйткәндә, унда элемтә сараларын сикләү ҡоролмаларын ҡулланыуға Радий Хәбиров шундай баһа бирҙе.

Башҡортостан башлығы проектҡа мөнәсәбәте ике яҡлы булыуын да йәшермәне. Берҙән, балаларға күңел асыу өсөн сираттағы объект төҙөлөшө әлбиттә, яҡшы, икенсе яҡтан, дельфинарий төҙөлөшө тирәләй төрлө фекер ҡуйыртыла.

Йәмәғәт тыңлауҙары һөҙөмтәләре мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ, әммә ҡала хакимиәте менән йәмәғәтселек вәкилдәренә эшлекле диалог алып барырға өйрәнергә ваҡыт тип билдәләгән Башҡортостан башлығы.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Радий Хәбиров: “Был республика һәм Өфө абруйын ҡаҡшатыу”

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста