Баш ҡала хакимиәте етәкселеге сүп-сар ташыусы машиналарға күсеп ултырҙы

Баш ҡала хакимиәте етәкселеге сүп-сар ташыусы машиналарға күсеп ултырҙы https://bash.news/news/110499_bash_ala_xakimite_etkselege_spsar_tashyusy_mashinalara_ksep_ultyry

Йомшаҡ креслоларҙан махсус техникаға. Бөгөн улар «Өфө ҡалаһын таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ» өсөн һатып алынған транспорт мөмкинлектәрен һынаны. Предприятие паркы Исузу шассиһында йыйылған сүп-сар ташыусы 8 машина менән тулыланды. Заман техникалары менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.

Өфө ҡалаһы етәксенең руль артында ултырыуы бик һирәк күренеш, етмәһә, махсус техникала. Әммә ул үҙенең беренсе урынбаҫары менән ҡала өсөн һатып алынған машина мөмкинлектәрен үҙ тәжрибәһендә һынаны. «Өфө ҡалаһын таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ» предприятие өсөн ошондай 8 автомобиль һатып алынған. Уларҙың дөйөм хаҡы лизинг буйынса 72 миллион һумға барып баҫа.

Яңы автомобиль географик күләмдәге 8 кубометр көнкүреш ҡалдығы тейәүгә иҫәпләнгән. Йәғни, уларҙың һәр береһе әлеге көндә Өфө ҡалаһын хеҙмәтләндергән ике ЗИЛ-ды алмаштыра. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Лихачев исемендәге завод транспорттары бөгөн саманан тыш иҫкергән, шулай уҡ улар техник һәм экологик талаптарға ла яуап бирмәй.

Һатып алынған автомобилдәр тар ғына ихаталарҙа ла эшләй алыуы менән отошло. Ул шулай уҡ яғыулыҡты аҙыраҡ сарыф итә, контейнарҙағы сүп-сарҙы ғәҙәттәге кеүек ҡабырғанан түгел, ә артҡы яҡтан тейәй. Был айырыуса уңайлы, ти водителдәр.

Ҡала етәкселеге техника паркын яңыртыуын артабан дауам итергә ниәтләй. Декабрҙә иһә ихаталарҙағы контейнерҙары алмаштырыу ҡаралған. Бының өсөн меңдән ашыу һауытҡа заказ бирелгән.

Автор:И.Байбулатов.

Баш ҡала хакимиәте етәкселеге сүп-сар ташыусы машиналарға күсеп ултырҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста