Республика райондарында кәңәшмәләр тик башҡорт телендә үткәрелә

Республика райондарында кәңәшмәләр тик башҡорт телендә үткәрелә https://bash.news/news/110546_respublika_rajondarynda_kshmlr_tik_bashort_telend_tkrel
23 ноя 2019, 22:29

Һуңғы арала райондарҙа рәсми кәңәшмәләрҙең башҡорт телендә уҙғарыла башлауы иғтибарығыҙҙы йәлеп иткәндер. Муниципаль берәмектәр бер-береһе менән ярышып , тырыша-тырыша туған телдә ултырыштар үткәрә. Хатта рустар күпләп йәшәгән райондар, ҡалалар ҙа ҡалышмай. Был тәү ҡарашҡа яһалма, уйын кеүек тойолалыр ҙа, әммә аҡылы булғандар был күренеште үтә лә әһәмиәтле булыуын аңлар. Сөнки был әле башланғыс ҡына.

Ә башлап алыуҙын иң ауыры булғанын яҡшы аңлайбыҙ. Иң мөһиме туған телгә ҡарата мөнәсәбәттең юғары кимәлдә үҙгәреүе. Быға тиклем үҙ телебеҙҙә һөйләшеүҙән ҡурҡыңҡыраһалар, хәҙер киреһенсә. Ул ғына ла түгел ,хәҙер беҙҙең девиз белмәү ғәйеп түгел, ә белергә теләмәү ғәйеп.

Бер тапҡыр үткәрерҙәр ҙә башҡорт телендәге кәңәшмәләрҙе ташларҙар тиһегеҙме? Беҙ ҙә ошо һорау менән ҡыҙыҡһындыҡ. Баҡтиһәң ниәттәр грандиоз. Республикала эшлекле башҡорт теле ҙүҙлеге әҙерләнә, етәкселәр, дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәр махсус дәрестәр ала һәм башҡа саралар. Тора-бара туған телдәрҙә уҙғарылған кәңәшмәләрҙә ҡағыҙға ҡарап уҡыуҙан да арынырбыҙ әле. Әлегә өйрәнәбеҙ, белергә теләйбеҙ. Ғәйеп түгел бит? БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажы.

Әлегә улар рәсми мәғлүмәтте ҡыйыуһыҙ тауыш менән ҡағыҙ битенән генә уҡый. Ултырыш тамамланғас дәүләт хеҙмәткәрҙәре менән башҡортса интервью яҙҙырыу мөмкинлеге лә әлегә юҡ, сөнки майҙан тотоп документ уҡыу бер, ә туған телдә иркен фекер алышыу икенсе йыр һүҙҙәре.

Рәсми ултырыштарҙы туған телдә үткәреүгә был аҙнала Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Белорет ҡушылды. Был ҡалаларҙа башлыса урыҫлашҡан халыҡ йәшәй. Етәкселек тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бындай шарттарҙа туған телдә ултырыштар уҙғарыу үҙе үк маҡтауға лайыҡ. Дөрөҫ, башҡорт телендә уҙғарылған кәңәшмәләргә күберәк үҙ телен белгәндәр генә саҡырыла. Шулай ҙа был күренеш күтәрелгән мәсьәләләр мөһимлегенә бер нисек тә кире йоғонто яһамай.

Нисек кенә булмаһын башланғыс бар. Тик был башланғыстарға хәҙер хуплау ғына кәрәк. Юҡһа, әҙәби тел түгел, русса һүҙҙәр ҡатыштыра, телде боҙа тип төрлө сәбәп табып дәрт һүндерергә оҫтабыҙ. Ә бына төпкөллдәрҙә, саф башҡорт ауылдарында телде вата-емерә русса әңгәмә ҡорғандар ысынлап та, көлкө тойғоһо ғына уята.

Шулай ҙа башҡортса кәңәшмә ойоштороу өсөн әҙәби телде белеү генә етмәй. Рәсми сараларҙа эшлекле тел дә кәрәк. Бер төркөм әүҙем йәштәр был мәсьәләне хәл итеүгә әленән үк тотонған. Эш башлағас ултырыштарҙа ҡағыҙға ҡарап уҡымаҫ өсөн. «Аҫылташ» проекты ҡатнашыусылары башҡортса дебаттар уҙғара. Һөйләшеүҙәр алып барыр өсөн һүҙлек яңыртылмауы ҡамасаулай - русса терминдарҙы йыш ҡулланырға тура килә. Баҡтиһәң, көндәлек тормош донъя үҙгәрештәренә яраҡлаштырылған, ә тел үҫеше заман талаптарынан артта ҡала, ти йәштәр.

Рәсми ултырыштарҙы башҡортса алып барыу – дәүләт тарафынан телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙың бер өлөшө. Ошо уҡ маҡсат менән хөкүмәттә башҡорт телен өйрәтеү дәрестәре ойошторола. Теләк бар икән – тығыҙ эш графигы һәм яуаплы вазифа йөкмәтелгәндә лә ваҡыт табыуы мөмкин.

Башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән республика башлығы грантын быйыл «Эшлекле башҡорт теле» проекты еңеп сыҡты. Уға ярашлы төбәктә икенсе йылға яңы уҡыу ҡулланмаһы баҫтырылыуы күҙаллана. Проект етәкселеге кәштәлә туҙан йыйып ятмаған, ә төрлө кимәлдәге идаралыҡ, хакимиәт, офис белгестәре, студенттар һәм һәр теләгән кеше өсөн кәрәкле өҫтәл китабы донъя күрәсәк тигән өмөттә. Ул сағында трибуналағылар ҙа бер килеп күҙен ҡағыҙҙан күтәреп халыҡҡа бағыр.

Автор: Флорида Ким.

Республика райондарында кәңәшмәләр тик башҡорт телендә үткәрелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста