Башҡортостанда яңы йыл каникулында спиртлы эсемлек һатыуҙы сикләү ҡаралған

Башҡортостанда яңы йыл каникулында спиртлы эсемлек һатыуҙы сикләү ҡаралған https://bash.news/news/110640_bashortostanda_yay_jyl_kanikulynda_spirtly_esemlek_atyuy_sikl_aralan
25 ноя 2019, 22:30

Был хаҡтағы закон проекты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттар ҡарамағына тапшырылған. Был турала бөгөн Радий Хәбиров етәкселегендә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерелде. Оператив кәңәшмәлә, файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуға ҡаршы көрәш һөҙөмтәләре, балаларҙы туҡландырыу кимәленә яҡшыртыу, Өфөнән көнсығыш сығыу юлын төҙөү хаҡында ла һүҙ барҙы. Төп темалар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Киләһе йыл быуат төҙөлөшөнә старт бирелә тип әйтергә мөмкин. 20 ғинуарҙа Өфөлә тоннель һәм М-5, М-7 трассалары менән тоташтырыусы юлды төҙөү башлана. Был республикалағы иң оҙайлы проекттарҙың береһе. Был обьектҡа нигеҙ 90-сы йылдар башында уҡ һалына. Ниһайәт, уны сафҡа индереү мөмкинлектәре барланды. Үткән аҙна Мәскәүҙә үткән форумда Республика өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы, күләмле төҙөлөшкә федераль аҡсалар йәлеп ителә. Проекттың дөйөм хаҡы 33 миллиард 500 миллион һум.

Оператив кәңәшмәлә файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуға ҡаршы алып барылған эшмәкәрлек һөҙөмтәһе лә ҡаралды. Йыл башынан 200-гә яҡын осраҡ асыҡланған, зыян күләме 154 миллион һумдан ашыу. Радий Хәбиров юғалтыуҙар ҡапланырға тейеш тип белдерҙе. Тик шәхси ихтыяжы өсөн материал сығарған ябай ауыл кешеһенә теймәгеҙ, тине Радий Фәрит улы

Тағы бер тема балалар туҡланыуы менән бәйле. Ашханаларҙағы ҡоролмаларҙы яңыртыу өсөн 500 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә, был сумманы бер юлы ғына бүлеү мөмкин түгел, тине Радий Хәбиров. Белгестәр әйтеүенсә, әле мәктәп һәм балалар баҡсалары ашханалары ҡоролмалары 60 проценттан ашыуға иҫкергән.

Оператив кәңәшмәлә шыршы байрамындарын ойоштороу барышы ла ҡаралды. Балаларға бай һәм сағыу программа әҙерләнә, йөҙҙән ашыу уҡыусы Кремль, ә 800-гә яҡын бала Республика шыршы байрамында ҡатнаша. Физик мөмкинлеге сикләнгән, ата-әсә ҡарауынын мәхрүм ҡалғандар, ғөмүмән, бер бала ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.

Төп яңылыҡ быйыл тәүге тапҡыр туғыҙ пиксель шыршыһы ҡуйыла. 32 метрлыҡ иң бейеге «Торатау» конгресс холы эргәһендә урын аласаҡ. Ә республика майҙандарын бөтәһе 1 мең 800-гә яҡын йәшел ҡупшыҡай биҙәйәсәк.

Башҡортостанда яңы йыл каникулында спиртлы эсемлек һатыуҙы сикләү ҡаралған. 3 ғинуарҙа һатыуҙы бөтөнләй тыйыу көтөлә, ә бына 4-се, 5-се, 6-сы ғинуарҙа алкоголле продукцияны иртәнгән ундан көндөҙөгө икегә тиклем генә алырға мөмкин буласаҡ. Закон проекты әҙер, ул тикшереүгә ебәрелгән.

Автор: Р.Кәримова.

Башҡортостанда яңы йыл каникулында спиртлы эсемлек һатыуҙы сикләү ҡаралған

БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста