Иглин районы үҙәгендә ауыр хроник сир менән интеккән мөмкинлектәре сикләнгән ике балаға фатир асҡыстары тапшырылды

Иглин районы үҙәгендә ауыр хроник сир менән интеккән мөмкинлектәре сикләнгән ике балаға фатир асҡыстары тапшырылды https://bash.news/news/110649_iglin_rajony_gend_auyr_xronik_sir_menn_intekkn_mmkinlektre_siklngn_ike_balaa_fatir_asystary_tapshyryldy

Был фатирҙарҙы һатып алыуға республика Хөкүмәтенән ике миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Фатирҙың береһен Гөлнара Карлина алды. Уның ғаиләһендә дүрт бала. Ун ике йәшлек Егорҙа аутизм сире, ул тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм. Закон буйынса Егорға тәғәйен фатирҙы Карлиндар ғаиләһе ете йыл көткән.

Гөлнара Карлина, Иглин ҡасабаһында йәшәүсе: “Был торлаҡты 2011 йылдан бирле көттөк. Шатлығымдың сиге юҡ. Фатирҙы Ленин урамынан дауаханаға яҡын ерҙән бирҙеләр. Балабыҙҙа хроник сир, әйләнгән һайын дауаханаға мөрәжәғәт итәбеҙ. Фатирыбыҙ бик яҡшы. Бер ни ҙә күрмәгән бала өсөн фатирҙа бөтә уңайлыҡтар ҙа бар, беҙҙе торлаҡлы итеүселәргә рәхмәтлебеҙ. Хәҙер элекке кеүек бер урындан икенсе урынға күсенеп йөрөмәйәсәкбеҙ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Иглин районы үҙәгендә ауыр хроник сир менән интеккән мөмкинлектәре сикләнгән ике балаға фатир асҡыстары тапшырылды

Спутник FM
Новости партнеров
Афиши территория роста