Кушнаренко районында «Йөҙөргә өйрәтеү» программаһы буйынса уҡытылған тәүге ҡарлуғастар осоролдо

Кушнаренко районында «Йөҙөргә өйрәтеү» программаһы буйынса уҡытылған тәүге ҡарлуғастар осоролдо https://bash.news/news/110655_kushnarenko_rajonynda_jrg_jrte_programmay_bujynsa_uytylan_tge_arluastar_osoroldo
25 ноя 2019, 22:50

Пилот проекттың асылы – баланы спортсы итеп тәрбиәләү түгел, ә уларҙы һыуҙа үҙҙәрен дөрөҫ тоторға өйрәтеү. Сөнки ябай ғына ҡағиҙәләрҙе белмәү һөҙөмтәһендә йылға- күлдәрҙә фажиғәле осраҡтар арта.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан республикала 8 баланың ғүмере өҙөлгән. Шуларҙың һуңғыһы ноябрь башында Нуриман районында теркәлде. Байгилде ауылында ете йәшлек малай боҙ аҫтына китеп һәләк булды. Күңелһеҙ статистиканы иҫкәртеү маҡсатында быйыл йәй Кушнаренко районы хакимиәте республиканың йөҙөү федерацияһы менән килешеү төҙөгән.

Документҡа ярашлы, яңы уҡыу йылы башынан тиҫтәләрсә бала тәжрибәле инструкторҙар ярҙамында үҙҙәрен һыуҙа тоторға өйрәнгән. Май аҙағына тиклем районда йөҙҙән ашыу баланы йөҙә башлар тип күҙаллана.

Автор: Илдар Байбулатов.

Кушнаренко районында «Йөҙөргә өйрәтеү» программаһы буйынса уҡытылған тәүге ҡарлуғастар осоролдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста