Башҡортостан хөкүмәтенең «Төҙөлөш сәғәте»ндә эре объекттар төҙөү мәсьәләһе тикшерелде

Башҡортостан хөкүмәтенең «Төҙөлөш сәғәте»ндә эре объекттар төҙөү мәсьәләһе тикшерелде https://bash.news/news/110656_bashortostan_xkmtene_tlsh_stend_ere_obekttar_t_msle_tiksherelde

Графикка ярашлы, Радий Хәбиров етәкселегендәге «Төҙөлөш сәғәте» форматында ойошторолған кәңәшмәлә республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә сафҡа индерелгән эре объекттар төҙөү мәсьәләһе тикшерелде.

Атап әйткәндә, 2021 йылда Учалы ҡала дауаханаһының хирургия, 2022 йылда Өфөлә кардиология үҙәгенең яңы корпустары файҙаланыуға тапшырыла. Бынан тыш, Өфө районында мәктәп, Бөрйәндә «Шүлгән-тан» музей-комплексы, Сибайҙа филармонияны реконстукциялау дауам итә.

Ултырышта әҙер проекттарҙы финанслау сығанаҡтары тикшерелде. Улар араһында Бөрөләге бала табыу йорто, Ишембайҙа акушер-генекология корпусы, Мәсәғүттә балалар поликлиникаһы һәм башҡалар. Башҡортостан башлығы киләһе кәңәшмәләрҙең береһенә алданған өлөшсөләрҙең йорттарын төҙөүсе компаниялар вәкилдәрен саҡырырға ҡушты.

Бөгөнгә реестрҙан 9 йорт төшөп ҡалдырылған, 555 кешенең хоҡуҡтары тергеҙелгән. 78 өйҙө граждандар хоҡуҡтарын яҡлау фонды сығымдары иҫәбенә төҙөп бөтөү ҡарала. Тағы ла 44 объектты тулыһынса сафҡа индереү өсөн башҡа финанслау механзмы йәлеп ителәсәк. «Төҙөлөш сәғәте»ндә ҡатнашыусылар шулай уҡ республикала төҙөлөш материалдарын етештереү буйынса ла фекер алышты.

Башҡортостан хөкүмәтенең «Төҙөлөш сәғәте»ндә эре объекттар төҙөү мәсьәләһе тикшерелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста