Ауыл хужалығы министрлығы йүкә ағастарын закон нигеҙендә һаҡларға тәҡдим итә

Ауыл хужалығы министрлығы йүкә ағастарын закон нигеҙендә һаҡларға тәҡдим итә https://bash.news/news/110660_auyl_xuzhalyy_ministrlyy_jk_aastaryn_zakon_nigeend_alara_tdim_it
25 ноя 2019, 23:39

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, республика кимәлендә генә булһа ла был тәңгәлдә ҡануниәт индереү кәрәк. Юғиһә, Башҡортостандың төп брендын алыу сығанағы юҡҡа сығыуы ихтимал. Үҙ сиратында бренд та. Умартасылар йүкә урмандарының кәмеүенә борсола. Урман ҡырҡыусылар баллы ағасты вәхшиҙәрсә ҡыра. Ә башҡорт балы тап йүкәнән алыныуы менән дан тота.

Был мәсьәлә Иглин районында Ауыл, Урман хужалыҡтары министрлыҡтары вәкилдәре, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүсе йүнселдәр ҡатнашлығында үткән ултырышта өйрәнелде. Проблема республикала «Кроношпан» предприятиеһы барлыҡҡа килеү менән киҫкенләште, ти умартасылар. Сөнки ағас эшкәртеү заводына эшлекле урман килтерелеүе мотлаҡ түгел. Улар серегән ағастарҙы ла, ботаҡтарҙы, ҡайырын, хатта бысҡы онтағы ла ҡабул итә. Шуға күрә урманды ҡуртымға алыусылар ағасты айырып тормайса ҡырҡа. Был уңалмаҫлыҡ юғалтыу. Сөнки йүкәләр үтә лә талымлы, ти белгестәр ҙә. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова бал батманына төшкән дегет тамсыһы тураһында.

Йүкә балы даны быйыл көҙ тағы ла бөтә донъяға таралды. Канадала үткән «Апимондия» халыҡ -ара умартасылар конгресында Башҡортостандың тап йүкә балы алтын миҙал менән бүләкләнде. Ә инде сираттағы Апимондия үҙебеҙҙә үтәсәк. Рәсәйҙең баллы йөрәгенә төрлө ҡитғаларҙан меңәрләгән умартасы тап йүкәнән алынған татлы ризыҡты тәмләп ҡарарға киләсәк. Әммә ҡунаҡтарға маҡтанырлыҡ байлыҡ ҡалырмы? Умартасылар республика брендына әйләнгән йүкә балына хәүеф янауына борсола.

Был күренеш республикала ағасты тәрән эшкәртеү предприятиеһы барлыҡҡа килеү менән тағы киҫкенләште. Элек урмансылар башлыса эшлекле ағастарҙы ғына алырға тырышһа, ә хәҙер барыһы ла ҡырҡыла, ти умартасылар. Йүкәләр ҙә шул иҫәптә.

Ағастарҙы ҡырмайынса ла мөмкин түгел, ти урмансылар. Яңыртыу, ауырыуҙарҙан ҡурсалау маҡсатында. Юғиһә, урмандар ҡартайып бөтөнләй юҡҡа сығыуыихтимал. Ә ҡортсоларға ни бары рәсми эшләргә кәңәш итә. Юғиһә, ҡайҙа етте шунда умарталарын урынлаштырып ниндәйҙер хоҡуҡ талап итеүселәр байтаҡ. Рәсми теркәлеп эш иткәндә генә уларҙың биләмәһе закон нигеҙендә яҡланасаҡ.

Айнур Ишеғолов, Башҡортостан урман хужалығы министрлығының әйҙәүсе белгесе: “Әлеге ваҡытта закондар умартасыларға яҡламай, сөнки улар пасекаларын ер хужаһы булараҡ теркәп бармай. Ҡорт аҫраусылар умарталыҡ ерҙәрен теркәгән осраҡта, закон нигеҙендә, өс километр радиусында йүкә ағастары ҡырҡылмай. Йүкәләрҙе ҡырҡыу урман хужалығы контролендә”.

Шулай ҙа белгестәр йүкәләрҙе бөтөнләй теймәүҙе үтенә. Рәжәп Нәбиуллин йүкә ағасы буйынса тиҫтәләгән фәнни хеҙмәт авторы. Йүкә урмандарын һаҡлауҙа бөгөндән комплекслы һаҡсыл ҡараш булдырыу яҡлы. Эшлекле ағас өсөн йүкәлектәрҙе ҡулланыуҙан баш тартырға, йэ урынына ҡайын һәм уҫаҡ ағасын тәҡдим итергә.

70-80 йыл йәшәгән ағастар урмандың санитар торошона ла кире тәьҫир итә, янғын сығыу хәүефен арттыра, шуға ла улар һайлап алынып, урман биләмәһе таҙартылырға тейеш. Ә хуш еҫле бал биргән йүкәләрҙе самаһыҙ ҡырҡыу енәйәткә, тиң, ти, урман белгесе.

Рәжәп Нәбиуллин, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре: “Йүкә ағасы 20-30 йылдан һуң ғына сәскә ата. Уларҙы һаҡларға кәрәк. Улар ярыштарҙа беҙгә алтын миҙал килтерә.Йүкә урмандары бик күп ҡырыла. Шул ағастарҙы бөгөнгө көндә урманда ҡалдырып, ҡурпыларын ҡалдырырға кәрәк. Шул ағастарҙан йүкәләр нығынып үҫеп китә һәм уларҙы беҙгә һаҡларға кәрәк”.

Йүкәләрҙең баллы булыуы ерлеккә лә бәйле, ти умартасылар. Башҡортостан ере металл һәм минералдарға бай. Тап ошондай ерҙә генә шифалы бал биреүсе ағастар үҫә, тип һанай улар.

Иглин һәм Нуриман районында бал ҡорттары тотоусылар урмандарҙы ҡырҡыу радиусын 6-7 саҡрымға арттырырға һәм нектар биргән йүкә урмандарын айырыуса һаҡлана торған зона тип иғлан итеү тәҡдиме менән дә сығыш яһай. Ә ауыл хужалығы белгестәре был ҡанундарҙы үҙебеҙҙә сығарып, тиҙерәк Рәсәй кимәлендә раҫлау яғында.

Гөлсинә Әхмәтйәнова, Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының әйҙәүсе белгесе: “Республикала йүкә ағастарын һаҡлау тураһында яңы закон проекты күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә, проектты Дәүләт Думаһына ла тәҡдим итергә кәрәк. Был хаҡта хатта Апимондия форумында ла әйтелде”.

Йүкәлектәрҙе һаҡлау мәсьәләһе урмансылар һәм умартасылар араһында ҡуйыра. Гәрәбә төҫөндәге йүкә балын етештереүсе умартасылар йүкә урмандарын ҡырҡыуға ҡаршы сығыш яһай. Әммә Башҡортостан бренды булған ағастарҙы һаҡлау мәсьәләһе закон нигеҙендә яҡланыуы әлегә асыҡ ҡала.

Автор: Гүзәл Борханова.

Ауыл хужалығы министрлығы йүкә ағастарын закон нигеҙендә һаҡларға тәҡдим итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста