2020 йылда республикала 4 мең подъезды һәм 400 ихатаны ремонтлау ҡаралған

2020 йылда республикала 4 мең подъезды һәм 400 ихатаны ремонтлау ҡаралған https://bash.news/news/110746_2020_jylda_respublikala_4_me_podezdy_m_400_ixatany_remontlau_aralan

Киләһе йыл баш ҡаланың тарихи үҙәген реконструкциялау буйынса күләмле проект ғәмәлгә ашырыла башлай. Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн «Ҡала мөхите» республика форумында белдерҙе.

Республикала киләһе биш йылда ҡала мөхитен һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса даими эш алып барыласаҡ. Бигерәк тә Өфөгә айырым иғтибар бирелә. Ҡала-райондарҙы тәртипкә килтереү эше дауам итә. Мәҫәлән, 2020 йылда 4 мең подъезды һәм 400 ихатаны ремонтлау ҡаралған. Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу өлгөрөлмәгән осраҡтар бар. Әммә бынан трагедия яһарға кәрәкмәй, иң мөһиме, эштең сифатлы итеп башҡарылыуы һәм йорт хужалары тарафынан тикшерелеп ҡабул ителеүе, тине Радий Хәбиров.

Ә сәйәси фирҡә ағзаларына халыҡ араһында булыу, уларҙың фекерен белеү шарт. Республика башлығы подъез-ихаталарҙан тыш, 20 ҙур тораҡ пунктта паркттар төҙөкләндерелеүен, Өфөлә «Беренсе май», «Ҡашҡаҙан» парктарына яңы һулыш өрөлөүен билдәләне.

Радий Хәбиров ремонт эштәрендә заманса технологияларҙы ҡулланырға, халыҡтың фекрен иҫәпкә алырға ҡушты. Форумда «Берҙәм Рәсәй» партияһының төҙөкләндереү проекттары һөҙөмтәләре, киләсәк пландары ла ҡаралды. Сәйәси фирҡәнең «Ҡала мөхите», «Реаль эштәр» проекттары хаҡында айырым әйтеп үтергә мөмкин. Мәҫәлән, тәүгеһе 2016 йылда тормошҡа ашырыла башлай, был осорҙа ил буйынса 50 мең ихата төҙөкләндерелгән, 11 мең йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелгән.

Һуңғы өс йылда ғына ошо маҡсатта 165 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Был проекттар Башҡортостанда ла уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Киләсәктә был проекттарҙы финанслау күләмен арттырыу мөмкинлектәре лә барлана, ти Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

2020 йылда республикала 4 мең подъезды һәм 400 ихатаны ремонтлау ҡаралған

БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста