Өфөлә ауыл хужалығы буйынса республика олимпиадаһына йомғаҡ яһалды

Өфөлә ауыл хужалығы буйынса республика олимпиадаһына йомғаҡ яһалды https://bash.news/news/110748_fl_auyl_xuzhalyy_bujynsa_respublika_olimpiadayna_joma_yaaldy
26 ноя 2019, 22:37

Уңышлы башланғыс. Ике көн дауамында мәктәп уҡыусылары үҫемлекселек, малсылыҡ, механизация, иҡтисад йүнәлештәре буйынса көс һынашты. Жюри ағзаларына теоретик һәм практик белемдәрен күрһәтте. Еңеүселәр Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар менән бүләкләнә. Олимпиада барышы менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Комбайн кабинаһы тренажерында бөртөклө культураларҙы урып-йыйыу эштәрен башҡарырға кәрәк. Программала көндөҙгө ваҡыт, уртаса уңдырышлылыҡ режимы ҡуйылған. Республика олимпиадаһында ауыл хужалығы механизацияһы йүнәлеше буйынса ҡатнашыусылар башта симуляторҙа эшләү тәртибе менән танышты, артабан дәрестә алған белемен практикала һынаны.

Фаил Ғәлләмов, Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты, техник фәндәр кандидаты: “Экран аңлашыла, бик еңел үҙләштерелә. Биш-алты минуттан эшләй башлайҙар, бөтә алымдарҙы күрһәтәләр - инеү, йөрөү, бушатыуҙы. Программа үҙе күрһәтә ниндәй хаталар булғанын, шуға баһалау беҙгә еңелерәк”.

Башҡорт дәүләт аграр университетында ауыл хужалығы буйынса республика олимпиадаһы икенсегә үтте. Уҙған йыл илле генә кеше ҡатнашһа, быйыл ҡатнашыусылар һаны биш тапҡырға күберәк. Утыҙ райондан мәктәп уҡыусылары йыйылды. Егеттәр башлыса механизация йүнәлешен һайлаған. Бында уларҙың ҡеүәтле техника менән идара итеү, иретеп-йәбештереү оҫталығы баһаланды.

Никита Гоцук, ауыл хужалығы буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашыусы: “Миңә бирҙеләр махсус кейем, бик мауыҡтырғыс. Иретеп-йәбештерәм, комбайнда йөрөнөм, машинала – миңә ныҡ оҡшаны”.

Сифатлы орлоҡ – уңыш нигеҙе. Мәктәп уҡыусыларының күбеһе тап үҫемлекселек йүнәлешендә көс һынашты. Олимпиада талаптарына ярашлы, улар ун биш минут эсендә 34 культура орлоғон айырып, ҡағыҙ битенә атамаларын яҙырға тейеш ине.

Зилиә Ғиззәтуллина, ауыл хужалығы буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашыусы: “Мин агроном булырға теләйем, ауылға ҡайтып, баҫыуҙа эшләргә. Әлегә олимпиада эштәре ауыр бирелә, ҡайһы бер орлоҡтарҙы танымайым, баҡсала үҫтергәндәрен генә беләм”.

Практик эш бының менән генә сикләнмәй. Баҡса-баҫыуҙа сәселгән орлоҡтар өлгөргән, үҫентеләрҙе танырға кәрәк.

Илгиз Аҫылбаев, Башҡорт дәүләт аграр университетының агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультеты деканы: “Яңы ғына сыҡҡан үҫемлектәрҙе айыра белергә тейештәр. Жюри ағзалары белемдәрен баһалай. Төрлө культуралар бирелгән, унда бойҙай, арыш, кукуруз, еләк-емештәр ҙә һәм башҡалар бар”.

Малсылыҡ – олимпиаданың иң ҡатмарлы йүнәлештәренең береһе тиһәк хата булмаҫ. Бында балалар ысын һыйыр менәнэш итә, уның тоҡомон, үлсәмдәрен дөрөҫ билдәләй белергә кәрәк. Стандарттарға тура киләме-юҡмы, күпме һөт бирә – ошондайыраҡ һорауҙар бирелә.

Бәйгелә еңеү – Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға ингәндә ун балл өҫтәй. Был үҙенә күрә дәртләндереү сараһы. Ауыл хужалығының киләсәген әҙерләүҙә агро-кластар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Улар бөгөн республиканың өс мәктәбендә булдырылған. Балалар дәрестән тыш ваҡытта йәшелсәлек, селекция, малсылыҡ нигеҙҙәренә өйрәнә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә ауыл хужалығы буйынса республика олимпиадаһына йомғаҡ яһалды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста