Ашығыс ярҙамдың авария урынына тиҙ арала килеп етеүе оло фажиғәнән араланы

Ашығыс ярҙамдың авария урынына тиҙ арала килеп етеүе оло фажиғәнән араланы https://bash.news/news/110755_ashyys_yaramdy_avariya_urynyna_ti_arala_kilep_etee_olo_fazhinn_aralany/?lang=bash
26 ноя 2019, 23:07

Бөгөн иртән Өфөнөң Октябрь проспектында «КавЗ» автобусы торлаҡ йортҡа бәрелде. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, водитель үҙ һыҙатынан китеп барған, әммә ниндәйҙер бер мәлдә уның юлын «Газель» микроавтобусы ҡыйған.

«КавЗ» водителе микроавтобус менән бәрелешмәҫ өсөн юлдан сығып китеп, биш ҡатлы йортҡа бәрелгән. Водитель медицина тикшереүе үткән, уның айыҡ булыуы асыҡланған. Шулай уҡ уның 1980 йылдан руль артына ултырыуы, аварияла 11 кеше зыян күреүе билдәле. Пассажирҙар барыһы ла иртәнге сәғәттә вахта автобусы менән Инорс һәм Черниковка биҫтәләренән ҡала үҙәгенә эшкә китеп барған булған. Мөғжизәле осраҡ менән генә йәйәүлеләр юғары тиҙлектәге автобус аҫтына эләкмәгән.

Артур Рамаҙанов, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының пропаганда төркөмө етәксеһе: “Бөгөн иртәнге 8 тула 4 минутта дежур бүлеккә Өфөнөң Октябрь проспектында автобус ҡатнашлығында авария теркәлеүе тураһында хәбәр килде. Водителдең транспорт сараһы менән идара итә алмауы әлегә төп сәбәп тип иҫәпләнә. Осраҡ буйынса тикшереү бара”.

Ашығыс ярҙамдың авария урынына тиҙ арала килеп етеүе оло фажиғәнән араланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»