“Ҡырым” күперен урлағандар

“Ҡырым” күперен урлағандар https://bash.news/news/110802_yrym_kperen_urlaandar/?lang=bash
27 ноя 2019, 19:10

Архангел районында Ҡурғашлы йылғаһы аша һалынған күпер юҡҡа сыҡҡан. Йәйәүлеләр өсөн күперҙе урындағы эшҡыуар Вадим Зайцев һалдырған булған.

“Ҡырым” күперен урлағандар
“Ҡырым” күперен урлағандар

Социаль селтәрҙә яҙыуҙарынса, ҡараҡтар күпер конструкцияһын бер нисә өлөшкә бүлгән. Ярға сығарғандан һуң тағы ла ваҡлағандар һәм йөк машинаһына тейәп алып киткәндәр.

Ауылдағы күпер Ҡырым күпере менән бер ваҡытта һалына башлаған. Шуға ла урындағы халыҡ уны "Ҡырым күпере" тип йөрөткән. Эшҡыуар төҙөлөшкә 100 мең һумдан ашыу аҡса индергән. Полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙарҙы эҙләй.

Юлдаш
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»