Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Бүздәк районында булды

Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Бүздәк районында булды https://bash.news/news/110830_radij_xbirov_bgn_esh_sfre_menn_bzdk_rajonynda_buldy/?lang=bash
27 ноя 2019, 20:06

Республика башлығы төбәктә ауыл хужалығы, социаль учреждениелар эшмәкәрлеге менән танышты. Мәҫәлән, Башҡортостан ит компанияһының Бүздәктәге селекция-генетика үҙәге Европала иң ҙуры, ул быйыл ғына сафҡа индерелгән.

Бында йоркшир, ландрас, дюрок тоҡомло сусҡаларҙы ҡушыу һөҙөмтәһендә гибрид тоҡом үрсетелә, улар ауыр тарта, ите сифатлы. Үҙәккә 3 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынған, бында гибрид сусҡа үрсетеүҙән тыш, йылына ун өс мең тонна сусҡа ите эшкәртеләсәк. Яңы эш урындары асылған. Тулы ҡеүәткә эш башлау менән етештереү күрһәткестәре лә артасаҡ.

Республика яғынан ярҙам күрһәтелә, капиталь төҙөлөшкә һәм инфраструктура сығымдары өлөшләтә дәүләт иҫәбенә ҡапланасаҡ. Радий Хәбиров халыҡтың ауыр еҫкә зарланыуын белдерҙе һәм һауаны таҙартыу ҡоролмалары ҡуйырға, экология мәсьәләләренә иғтибарҙы көсәйтергә ҡушты.

Бүздәк район дауаханаһы корпусында әле ремонт эштәре бара, әммә табиптар әйтеүенсә төҙөкләндереү поликлиникаға ла кәрәк. Бина иҫкергән, янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәй. Өс ҡатлы дауалау корпусында лифт һәм хирургия корпусына үткәүелдең булыуы мөһим. Радий Хәбиров проблеманы хәл итеү мөмкинлектәрен барларға ҡушты.

Бүздәк консерва комбинатында 50 төрлө продукция сығарыла. Хужалар әйтеүенсә әле ассортимент байытыла, яңы төрҙәрҙән бигерәк тә майонез яҡшы үтә. Шулай уҡ әҙер продукцияны һаҡлау өсөн келәттәр төҙөү талап ителә. Барлығы 365 миллион һум инвестиция һалыу ҡаралған.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Бүздәк районында булды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров