Бөгөн Өфөлә сыҡҡан янғында 75 кеше эвакуацияланған

Бөгөн Өфөлә сыҡҡан янғында 75 кеше эвакуацияланған https://bash.news/news/110831_bgn_fl_syan_yanynda_75_keshe_evakuaciyalanan
27 ноя 2019, 20:07

Бөгөн төшкә тиклем Архангел районы Приуралье ауылындағы ике ҡатлы йорт фатирҙарының береһендә янғын сыҡты. Унда 70-те үткән ирҙең ғүмере өҙөлдө. Ҡотҡарыусылар килеп етеүгә беренсе ҡаттағы фатир төтөн эсендә ҡала.

Был мәлдә фатир бүлмәләренең береһендә 6 квадрат метр майҙанда йорт йыһаздары ныҡлап янып киткән була. Хәүефле зонанан һигеҙ кеше, шул иҫәптән ике бала эвакуациялана. Ут бер сәғәт эсендә һүндерелә. Фатир хужаһының кәүҙәһе янғын һүндергәндә табыла.

Шишәмбе төнгә ҡарай Өфөнөң Мушников урамындағы ун алты ҡатлы йорт фатирында ла янғын сыҡҡайны. Ваҡиға урынына килеп еткән янғын һүндереүселәр ут ҡазаһының 5-се ҡаттағы фатирҙан сығыуын асыҡлай.

Хәүефле зонанан 75 кеше эвакуацияланған. Янғын һүндереүҙә 11 берәмек техника һәм 36 хеҙмәткәр ҡатнашҡан. Ут ярты сәғәт эсендә ҡамап алына, янғын төнгө 11-се яртылар тирәһендә һүндерелгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Бөгөн Өфөлә сыҡҡан янғында 75 кеше эвакуацияланған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста