Салауат ҡалаһы советы ултырышы башҡорт телендә үтте

Салауат ҡалаһы советы ултырышы башҡорт телендә үтте https://bash.news/news/110832_salauat_alay_sovety_ultyryshy_bashort_telend_tte
27 ноя 2019, 20:08

Һуңғы йылда Башҡортостан төбәктәрендәге йыйылыштарҙың дәүләт телдәрендә ойошторолоуы матур күренешкә әйләнә бара. Салауат ҡалаһы советының сираттағы ултырышы ла башҡорт телендә үтте.

Бының өсөн депутаттар тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына йыйылды. Сөнки бында ҡала советының 65 йылллығы уңайынан бай күргәҙмә ойошторолған. Халыҡ һайланыусылары иң беренсе экспозициялар менән танышты. Артабан 45-се ултырыштың көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тикшерелде.

Тәүге тапҡыр кәңәшмәлә ике докладсы башҡорт телендә сығыш яһаны. Телде аңламаусылар өсөн шунда уҡ мониторҙа русса тәржемә барҙы. Ултырышта ҡатнашыусылар киләсәктә лә айырым проекттарҙы туған телдә даими тикшереп торорға һүҙ ҡуйышты.

Иглин районы советының 46-сы ултырышы ла башҡорт телендә үтеүе менән әһәмиәтле булды. Депуттатар ҡарамағына өс мәсьәлә сығарылды. Мәғариф бүлеге етәксеһе төбәктә «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһындағы» закондың ғәмәлгә ашырылыуы менән таныштырҙы.

Артабан мәҙәниәт бүлеге вәкиле милли сәйәсәт өлкәһендәге эшмәкәрлек, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе 14 йәштән алып 35-кә тиклемге кешеләрҙең ялын ойоштороу мәсьәләһенә туҡталды.

Автор: Илдар Байбулатов.

Салауат ҡалаһы советы ултырышы башҡорт телендә үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста