“Күпер ҡайҙа?”: Архангел районында шишмә күпере юҡҡа сыҡҡан

“Күпер ҡайҙа?”: Архангел районында шишмә күпере юҡҡа сыҡҡан https://bash.news/news/110860_kper_aja_arxangel_rajonynda_shishm_kpere_yua_syan
28 ноя 2019, 00:15

Ошо көндәрҙә Архангел районында йәмәғәт ҡарамағында булған шишмә күпере юҡҡа сыҡҡан. Тимер баҫманы шишмәлә балыҡ үрсетергә теләгән эшҡыуар биш йыл элек үҙ аҡсаһына төҙөгән. 100 мең һумлыҡ ҡоролманың юғалыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Архангел районында балыҡ үрсетергә ниәтләнгән Вадим Зайцев Ҡурғаш ауылы эргәһендәге шишмәне 50 йылға ҡуртымға алған. Йүнсел ауыл халҡына ла эшҡыуарлыҡтан файҙа булһын тип үҙ аҡсаһына дөйөм файҙаланыу өсөн күпер төҙөй, сөнки күптәр шишмә һыуын ташып эсә. Ошо көндәрҙә күперҙе һүтеп урлап алып китәләр. Уңайлы баҫма булмағас шишмәгә төшөү мөмкин түгел.

Вадим Зайцев, эшҡыуар: “Был хәбәр – башҡа һыймаҫлыҡ. Тирә-яҡта урларға күп әйбер бар, әммә күпер урлағандарын тәүге тапҡыр ишетәм. Мин ул баҫманы ауыл халҡы файҙаланһын өсөн төҙөнөм һәм кемдер уны урлап алып китеүен ишетеү бик ауыр”.

Ҡурғаш ауылы эргәһендә күпер төҙөү өсөн 100 мең тирәһе аҡса сарыф ителә, баҫманың күп өлөшө тимер торбанан эшләнгән булған. Эшҡыуар фекеренсә, төҙөлөш материалдарын һатыуға оҙатыр өсөн йөк машиналары йәлеп ителеүе ихтимал.

Вадим Зайцев менән бергә күпер юҡлыҡтан ауыл халҡының да кәйефе төшә. Ҡоҙоҡ һыуы юшҡынлы булыуын иҫәпкә алып, Ҡурғаш шишмәһенән кеше өҙәлмәгән. Ауылда йәшәүселәр Ҡурғашта тороусыларҙың бындай аҙымға барырға йөрәге етмәҫ ине тип иҫәпләй.

Гөлсирә Синғәжина, Ҡурғаш ауылында йәшәүсе: “Шишмәнән һыу алыусылар күпер үҙ урынына ныҡ беркетелгән кеүек ине тип борсола. Баҫма фаразлауҙарынса, уҙған шәмбе юғалған”.

Александр Шутов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат бүлеге хеҙмәткәре: “Осраҡ буйынса тикшереү башланды, Архангел районы полиция хеҙмәткәрҙәре күпер юғалыу шарттарын асыҡлыу өҫтөндә эш алып бара. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк”.

Ҡурғаш ауылы эргәһендә файҙалы матдәләргә бай шишмәләр тағы ла бар, әммә унда барып һыу алыр өсөн әлеге-баяғы күпер юҡ. Шишмәләр тәрән булыуға бәйле, күпер урынына ағас йәки таҡта һалып ҡына мәсьәләнә хәл итеү мөмкин түгел. Үҙ аҡсаһына ауыл халҡы өсөн баҫма төҙөүсө эшҡыуарҙы ла табыу икеле.

Автор: Флорида Ким.

“Күпер ҡайҙа?”: Архангел районында шишмә күпере юҡҡа сыҡҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста