Башҡортостан менән Бахрейн иҡтисад, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

Башҡортостан менән Бахрейн иҡтисад, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй https://bash.news/news/110935_bashortostan_menn_baxrejn_itisad_turizm_lklrend_xemttshlek_iterg_nitlj/?lang=bash
28 ноя 2019, 22:47

Республика башлығы бөгөн Бахрейн короллегенең Ислам эштәре буйынса юғары советы президенты һәм короллектең Рәсәйҙәге илсеһе менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Рәсми ҡунаҡтар «Рәсәй – Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышында ҡатнашыу өсөн махсус саҡырылған. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Республиканың әле бер, әле икенсе төбәгендә иман йорттары ҡалҡа. Бөгөнгә мәсеттәр һаны 1400-ҙән ашҡан. Уларҙың һәр ҡайһыһында аҙан тауышы тынмай. Ислам тәғлимәте, мосолман мәҙәниәте, йолалары менән таныштырыу өсөн уҡыу-уҡытыу ҙа алып барыла. Дөрөҫ дини тәрбиәне халыҡҡа еткереү мөмкинлектәре тағы ла киңәйәсәк. Был хаҡта бөгөн Рәсәй Мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратының баш мөфтөйө һәм Бахрейн Короллеге вәкилдәре осрашыуында әйтелде.

Шәйех Абдулрахман Бин Мөхәмәт Әл-Хәлифә, Бахрейн короллегенең ислам эштәре буйынса юғары советы президенты: “Рәсәйҙең баш мөфтөйө менән күрешеү минең өсөн оло хөрмәт. Уның аша Рәсәй мосолмандарының донъяға ҡарашын белдем. Беҙҙең уртаҡ яҡтарыбыҙ күп. Улар ике ил араһында хеҙмәттәшлекте яйға һалыуға мөмкинлек бирә”.

Дин өлкәһенән тыш, Бахрейн менән Башҡортостан араһында иҡтисад һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлектең дә үҫеш алыуы ихтимал. Мәсьәлә Республика башлығы менән Бахрейн Короллеге вәкилдәренең эшлекле осрашыуында ҡаралды. Радий Хәбиров, республикала үҙ-ара файҙалы бәйләнештәрҙе яйға һалыу мөмкинлеге булған өлкәләр күп, тип билдәләне. Нефть химияһынан тыш, машиналар эшләү һәм туризм өлкәһе лә айырым иғтибарға лайыҡ.

Шәйех Абдулрахман бин Мөхәмәт Әл-Хәлифә һөйләшеүҙәрҙең файҙалы һәм эшлекле булыуын билдәләне. Хеҙмәттәшлек итеү өсөн ике яҡ араһындағы өлкәләр ентекле өйрәнелгәс, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостан менән Бахрейнды бер тарихи дата берләштерә. Ике төбәктә лә нефть ятҡылыҡтары 1932 йылда табылған.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡортостан менән Бахрейн иҡтисад, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»