Өфө колледжында тантаналы рәүештә «5000 оҫтахана» лабораторияһы асылды

Өфө колледжында тантаналы рәүештә «5000 оҫтахана» лабораторияһы асылды https://bash.news/news/110938_f_kolledzhynda_tantanaly_resht_5000_otaxana_laboratoriyay_asyldy
28 ноя 2019, 22:49

«Мәғариф» милли проектының «Йәш профессионалдар» төбәк проекты тарафынан тормошҡа ашырылған оҫтаханалар юғары технологик йыһаздар, заманса компьютер техникалары менән тәьмин ителгән.

Был колледж студенттары өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Шулай уҡ башҡа теләүселәр ҙә программа менән танышып, ғариза ҡалдыра ала. Федераль гранттар конкурсында республиканың 6 колледжы еңеп сыҡҡан. Дөйөм алғанда төбәктә ошондай лабораториялар булдырыуға федераль, республика, бюджеттан тыш сығанаҡтар һәм эш биреүселәрҙән 200 миллион һум аҡса йүнәлтелә.

Фәнүр Йәғәфәров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: “Республикала заманса йыһазландырылған ошондай 30 лаборатория барлыҡҡа киләсәк. Был инде белгестәр әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу һәм чемпионаттарға әҙерлек сифатны бөтөнләй икенсе кимәлгә сығарасаҡ”.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Өфө колледжында тантаналы рәүештә «5000 оҫтахана» лабораторияһы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста