Заман кешеһе ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

Заман кешеһе ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? https://bash.news/news/110939_zaman_keshee_nindj_sifattara_ej_bulyra_tejesh
28 ноя 2019, 22:53

Тормошта үҙ юлыңды табыр өсөн ни эшләргә? Башҡорт дәүләт университеты колледжы студенттары ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләне.

«Уңышҡа юл» асыҡ дәресендә Юстиция министрлығы хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Улар беренсе курс студенттары өсөн юрист профессияһы нескәлектәре тураһында һөйләне, эштә осраған хәл-ваҡиғалар менән уртаҡлашты. Буласаҡ юристар тормошта һәм карьерала уңышҡа өлгәшеү серҙәрен асыҡланы.

Башҡорт дәүләт университеты колледжы беренсе курс студенттары өсөн бындай саралар йыл һайын үткәрелә. Тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығында ҡатнашыусылар уңыш феномены тураһында ла һөйләште. Киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙы.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Заман кешеһе ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста