2022 йылға тиклем республиканың бөтә белем усаҡтарында хәүефһеҙлек системаһы яңыртылырға тейеш

2022 йылға тиклем республиканың бөтә белем усаҡтарында хәүефһеҙлек системаһы яңыртылырға тейеш https://bash.news/news/110942_2022se_jyla_tiklem_respublikany_bt_belem_usatarynda_xefelek_sistemay_yayrtylyra_tejesh
28 ноя 2019, 23:16

Был мәсьәлә «Мәғариф сәғәте»ндә тикшерледе.Биналарҙы видеокүҙәтеү ҡорамалдары менән йыһазландырыу, автоматлаштырылған турникеттар урынлаштырыу өсөн республика бюджетынан 200 млн һум аҡса бүленә. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәүефһеҙлек системаһын камиллаштырыуҙа техник мөмкинлектәрҙе киңәйтеүҙән тыш, иҫкәртеү сараларына баҫым яһалырға тейеш тип белдерҙе.

«Мәғариф сәғәте»ндә белгестәр республика мәктәптәрендә эшләй башлаған «Автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы» буйынса ла фекер алышты. Әлегә төбәктә тәжрибә булараҡ ғәмәлгә ашырылған уҡыусы электрон картаһы хәүефһеҙлек ситемаһын тәьмин итеүҙә яҡшы күрһәткестәргә ирешергә мөмкинлек биргән. Меңдән ашыу мәктәптә заманса карта үҙләштерелгән. Электрон карта ярҙамында уҡыусылар аҙыҡ-түлек һәм юл хаҡы өсөн иҫәпләшә алһа, ата-әсәләр һәм педагогтар уҡыусының ҡайҙа булыуын күҙәтеп бара ала.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф министры: “Төп маҡсаттарҙың береһе – ул республикалағы бөтә белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлек системаһын камиллаштырыу. Ниндәйҙер учреждениела етешһеҙлектәр бар икән – улар алдағы йылда бөтөрөлөргә тейеш”.

Автор: Флорида Ким.

2022 йылға тиклем республиканың бөтә белем усаҡтарында хәүефһеҙлек системаһы яңыртылырға тейеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста