Стәрлетамаҡта бойҙай эшкәртеү комплексында 1 млн тоннаға тиклем ашлыҡ ҡабул итергә мөмкин буласаҡ

Стәрлетамаҡта бойҙай эшкәртеү комплексында 1 млн тоннаға тиклем ашлыҡ ҡабул итергә мөмкин буласаҡ https://bash.news/news/110943_strletamata_bojaj_eshkrte_kompleksynda_1_mln_tonnaa_tiklem_ashly_abul_iterg_mmkin_bulasa
28 ноя 2019, 23:16

Ҙур предприятиела лимон кислотаһы, глютен һәм мал аҙығы етештереү ҡарала. Күләмле объектты сафҡа индереү мәсьәләһе «Инвестиция сәғәтендә» күтәрелде.

Ауыл хужалығы комплексы өсөн килемле проектты ғәмәлгә ашырыуға 63 миллиард һум аҡса йәлеп итергә кәрәк. Эшҡыуарҙар һалынған капитал үҙен тиҙ арала аҡлар тигән ҡарашта. Проект буйынса, 10 һум торған сеймалды эшкәрткәндән һуң 30 һум менән һатыу күҙаллана. Бойҙайҙы тәрән эшкәртеү комплексы ярҙамында 12 йыл эсендә республика бюджеты 14 миллиард һумлыҡ һалым менән тулыланыр тип көтөлә.

Дмитрий Шиповалов, бойҙайҙы тәрән эшкәртеү комплексы проекты етәксеһе: “Башҡортостанда был завод төҙөлөшө – яңы эш урындарын булдырыу тигәнде аңлата. Проекттың беренсе этабында уҡ 350 кеше бойҙай эшкәртеүгә йәлеп ителәсәк. Иң мөһиме, республикала үҫтерелгән иген эшкәртелгәндән һуң өс тапҡыр юғары хаҡҡа һатылып республикаға табыш килтерәсәк”.

Автор: Флорида Ким.

Стәрлетамаҡта бойҙай эшкәртеү комплексында 1 млн тоннаға тиклем ашлыҡ ҡабул итергә мөмкин буласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста