«Башҡорттарҙан Геродот еҫе аңҡый»: Өфөлә «Рәсәй-ислам донъяһы» стратегик күҙаллау төркөмөнөң 5-се ултырышы уҙҙы

«Башҡорттарҙан Геродот еҫе аңҡый»: Өфөлә «Рәсәй-ислам донъяһы» стратегик күҙаллау төркөмөнөң 5-се ултырышы уҙҙы https://bash.news/news/110944_bashorttaran_gerodot_ee_ayj_fl_rsjislam_donyay_strategik_kallau_trkmn_5se_ultyryshy_uy/?lang=bash
28 ноя 2019, 23:19

Был милләт «тарих атаһы» ның үҙе кеүек бик боронғо һәм башҡорттарҙың һәр мәсьәләгә ҡарата үҙ тәжрибәһе, башҡаларға үрнәк итеп күрһәтерлек миҫалы бар.

Тап ошо үҙенсәлектәрҙе күҙ уңында тотоп «Рәсәй-ислам донъяһы» стратегик күҙаллау төркөмөнөң 5-се ултырышын уҙғарыу урыны тип Өфө һайланды. Был турала Дағстандың элекке Президенты, Ислам хеҙмәттәшлек ойошмаһында Рәсәйҙең махсус вәкиле Рамаҙан Абдулатипов белдерҙе. Тиҫтәләгән мосолман илдәрен берләштергән форумдан БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

16 быуаттың дини ҡомартҡылары. Ҡулъяҙмалар Башҡорт илендә лә уҡымышлы диндарҙар, ислам тәғлимәттәрен ҡағыҙ биттәренә яҙыусылар булыуына дәлил. Дин фәлсәфәһе, ҡөръән сүрәләре Уралда исламдың быуаттар төпкөлөнә барып тоташыуы тураһында һөйләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса , башҡорттарҙа дин унынсы быуаттарҙа уҡ булған, тип фаразлана.

Был китаптарҙың бөгөнгә тиклем һаҡланыуы төбәктә ислам диненә ҡарата ихлас мөнәсәбәт булыуы хаҡында һөйләй. Тап Башҡортостанда йөҙҙәрсә йылдар төрлө милләт, конфессия вәкилдәре татыу ғүмер итә. Был тәжрибә күптәргә үрнәк, ти форумда ҡатнашыусылар.

«Рәсәй-ислам донъяһы» стратегик күҙаллау төркөмө маҡсаты ошо тәжрибәне башҡа илдәргә лә таратыу. Уны Владимир Путин башланғысы менән билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре Евгений Примаков һәм Миңтимер Шәймиев ойоштора. Донъяның 57 илен берләштергән төркөм ер шарында исламофобия күренештәрен күҙәтеп милләт һәм конфессия -ара татыулыҡ диалогына әйҙәй.

Хумам Хаммуди , Ираҡтың юғары ислам советы рәйесе: “Бында йыйылған төрлө ил вәкилдәренең бер телдә һөйләшеүе ҡыуандыра. Ул тел диалог теле, ҡорал теле түгел. Рәсәйгә килеп төрлө конфессия вәкилдәренең татыу йәшәүен күреп һоҡландым, был өлгө һис шикһеҙ башҡа ҡитғаларға ла үрнәк булырға тейеш”.

Стратегик күҙаллау төркөмөнөң 5-се ултырышы ла был изге ниәттәрҙән тайпылмай. Уның төп өлөшө иртәгә үтәсәк. Форумда ислам донъяһы хәүефһеҙлеге, иҡтисад, мәғариф һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ. Был йыйын миллиардлап аҡсалар, финанс ағымдар йүнәлтмәй. Сит илдәргә дини татыулыҡ экспортлана, иҡтисадтың нигеҙе- милләт, конфессия -ара татыулыҡҡа инвестициялар һалына.

Автор: А. Кәбиров.

«Башҡорттарҙан Геродот еҫе аңҡый»: Өфөлә «Рәсәй-ислам донъяһы» стратегик күҙаллау төркөмөнөң 5-се ултырышы уҙҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста