Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөштө һәм сәнәғәт предприятиеларын кредитлауҙа Һаҡлыҡ банкы ярҙам итәсәк

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөштө һәм сәнәғәт предприятиеларын кредитлауҙа Һаҡлыҡ банкы ярҙам итәсәк https://bash.news/news/110946_bashortostanda_torla_tlsht_m_snt_predpriyatielaryn_kreditlaua_aly_banky_yaram_itsk
28 ноя 2019, 23:23

Республика Хөкүмәтендә Һаҡлыҡ банкы вәкилдәре менән ошо хаҡта һөйләшеү булды.

Хөкүмәт премьер министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров күп ҡатлы йорттарҙы һалыуҙа ҡануниәттә үҙгәрештәргә ярашлы бөтә төҙөлөш компаниялары ла финанслау мәсьәләһен хәл итә алмауын белдерҙе. Был уларҙың ғына проблемаһы түгел, ә тотош республиканыҡы.

Һаҡлыҡ банкы менән партнерлыҡ булдырылды һәм уны артабан үҫтерергә кәрәк. Шулай уҡ эре сәнәғәт предприятиеларына әйләнештәге аҡсаларын тулылындырыу өсөн кредит саралары йәлеп итеү мөһимлеге билдәләнде. Һаҡлыҡ банкы идаралығы рәйесе урынбаҫары Олег Ғәниев был компанияларҙың исемлеккә индереләсәге һәм хеҙмәттәшлек юлдары ҡараласағын белдерҙе.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөштө һәм сәнәғәт предприятиеларын кредитлауҙа Һаҡлыҡ банкы ярҙам итәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста