Республикала 25-се диализ үҙәге эшләй башланы

Республикала 25-се диализ үҙәге эшләй башланы https://bash.news/news/110952_respublikala_25se_dializ_ge_eshlj_bashlany
28 ноя 2019, 23:31

Өфөнөң Октябрь районында бөйөр сирлеләрҙе дауалау буйынса «Диаверум» алдынғы провайдерҙар холдингына ингән «Сфера-Эстейт» клиникаһы асылды.

Сипайлово биҫтәһендәге яңы диализ үҙәге бөйөр сирлеләргә талап ителгән медицина ярҙамын яҡынайта был иһә уларға транспорт сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирә. Японияла етештерелгән заманса ҡорамалдар менән йызландырылған «Сфера-Эстейт» клиникаһында ҡан таҙартыу йәғни гемодиализ процедуралары күрһәтелә. Медицина учреждениеһы тулы ҡеүәтенә эшләгән осраҡта 60-тан ашыу кешене ҡабул итә ала.

Сергей Захаров, «Диаверум» компанияһының медицина директоры: “Беҙҙең үҙәктә юғары квалификациялы медицина хеҙмәткәрҙәре, шәфҡәт туташтары, табиптар эшләй. Уларҙың диализ үҙәктәрендә тәжрибәһе ҙур. «Диаверум» компанияһының төп маҡсаты пациенттарға яҡшы мөнәсәбәттә булыу. Диализ буйынса сифатлы хеҙмәт күрһәтеү, ауырыуҙарға психолог ярҙамы ойоштороу, санитар эпидемиология талаптарын теүәл үтәү һәм медицина персоналының даими рәүештә белемен камиллаштырыуҙы тәьмин итеү”.

Диализ пациенттарын дауалауҙа һыуҙың сифаты баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. «Сфера-Эстейт» клиникаһында һыу әҙерләү системаһы Рәсәйҙә иң яҡшыһы.

«Сфера-»стейт" клиникаһында пациенттарға яҡшы мөнәсәбәт күрһәтелә. Дауалауҙан тыш та уларҙы хәстәрләргә, күңел йылыһын бирергә ынтылалар.

Ольга, пациент: “Хеҙмәткәрҙәр һәр ваҡыт иғтибарлы, ихтирамлылар. Йылмайып өндәшәләр, бер ваҡытта ла күңелде ҡырғандары юҡ”.

«Диаверум» компанияһы белгестәре нефрология паталогияларын дауалау алымдарын камиллаштырыуҙан тыш пациенттарҙың йәшәү шарттарын еңеләйтеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә һәм иҫкәртеү саралары уҙғарыуға ҙур иғтибар бүлә.Бөйөрҙәрҙең хроник ауырыуҙары кешеләрҙең көндәлек көрәше. Бөгөн диализ үҙәктәре асылыу менән тиңһеҙ алышта улар яңғыҙ түгел.

Республикала 25-се диализ үҙәге эшләй башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста