Сергей Чемезов Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһен ҡараны

Сергей Чемезов Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһен ҡараны https://bash.news/news/111047_sergej_chemezov_f_motorar_eshl_proizvodstvo_berekmen_arany
29 ноя 2019, 22:56

Аэропорттан һуң «Ростех» дәүләт корпорацияһы етәксеһе Башҡортостан башлығы оҙатыуында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә килде.

Цехтарҙың береһендә улар авиация двигателдәрен һынау барышы һәм технологик процесс, шулай уҡ вертолет двигателдәре деталдәрен эшләү һәм ҡороу өсөн етештереү-технология үҙәге менән танышты.

Импортты алмаштырыу сиктәрендә предприятие «Ми» һәм «Ка» вертолеттары өсөн тәғәйенләнгән двигатель деталдәрен етештереү программаһында ҡатнаша. Үҙгәртеп ҡоролған биналарҙа 1996 йылға тиклем «Москвич» автомобилдәре өсөн двигателдәр йыйылған булған. Хәҙер бында юғары технологиялы 50-ән ашыу станок урынлашҡан. Әлеге ваҡытта проект сиктәрендә булдырылған етештереү-технология үҙәгенең береһе эшләй. Ҡалған өсәүһе яҡын киләсәктә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Рәсәй баҙарында түләүле медицина хеҙмәте күрһәтеүсе «Әсә һәм бала» компаниялар төркөмө Башҡортостанда эш башлауына бөгөн 10 йыл тулды. Ошо ваҡыт эсендә Өфөләге клиникала биш мең ярымға яҡын сабый тыуған. Илдең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм «Ростех» етәксеһе Сергей Чемезов учреждение эшмәкәреге менән танышты.

Автор: Илдар Байбулатов.

Сергей Чемезов Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһен ҡараны

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста