Башҡортостан һәм Татарстан эшҡыуарҙары төбәктәр араһында иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдарын барлай

Башҡортостан һәм Татарстан эшҡыуарҙары төбәктәр араһында иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдарын барлай https://bash.news/news/111050_bashortostan_m_tatarstan_eshyuarary_tbktr_araynda_itisadi_xemttshlekte_tere_yuldaryn_barlaj
29 ноя 2019, 23:02

Уртаҡ маҡсаттар. Өфөлә ойошторолған «Эшҡыуар көнөндә» һәр республиканан 40-лап белгес ҡатнашты. Төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған йүнселдәр тәжрибә уртаҡлашып 2020 йылда яңы проекттар өҫтөндә эш алып барырға килеште.

Өс көн дауам иткән сарала бизнес өлкәһендә үҫешергә ярҙам иткән оҫталыҡ дәрестәре һәм махсус уҡыуҙар ойоштороу ҡаралған. Йүнселдәр араһында иғлан ителгән бәйгелә еңеп сыҡҡан 10 ҡатнашыусы 95 мең һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнәсәк.

Филипп Зарубин, Татарстан республикаһы президенты ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡ советы эксперты: “Ике республика бер-береһе менән тығыҙ аралаша, әммә иҡтисади күҙлектән килемле проекттар күп түгел. Татарстанда граждандарҙы хеҙмәтләндереү өлкәһе юғары кимәлдә башҡарыла, ә Башҡортостанда сәнәғәт үҫеше менән бәйле мөмкинлектәр киңерәк. Ике төбәк эшҡыуарҙары бер йүнәлештә эш алып барғанда бизнес килемле буласаҡ”.

Линара Борханова, «Башҡортостан һәм татарстан эшҡыуарҙары көнө» проектын ойоштороу комитеты ағзаһы: “Эшлекле сарала һәр республиканан ҡырҡлап кеше ҡатнаша. Улар алдында Мәскәүҙән һөм башҡа ҡалаларҙан килгән билдәле эшҡыуарҙар һәм ҙур ойошмалар етәкселәре сығыш яһай. Осрашыуҙың төп маҡсаты – эшҡыуарҙарға дөйөм проекттар алып барыу өсөн шарттар булдырыу”.

Автор: Флорида Ким.

Башҡортостан һәм Татарстан эшҡыуарҙары төбәктәр араһында иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдарын барлай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста