Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың юбилейы яҡынлаша

Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың юбилейы яҡынлаша https://bash.news/news/111055_bashortostandy_tge_xaly_shairy_mzhit_afuriy_yubilejy_yaynlasha
29 ноя 2019, 23:08

2020 йылда уның тыуыуына 140 йыл тула. Ошо уңайҙан халыҡ шағирының йорт музейында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда әҙиптең ижадына бөгөнгө күҙлектән байҡау яһалды.

Фекер алышыуҙа республика әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре, яҡташтары – Ғафури районы вәкилдәре, яҡындары һәм студенттар ҡатнашты. Мәжит Нурғәни улы Ғәфүров Башҡортостандың хәҙерге Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылында донъяға килгән. Башҡорт совет әҙәбиәте классигы, шағир, фольклорсы һәм драматург. Уның ижады 100 йыллыҡ тарихы булған башҡорт театры менән дә тығыҙ бәйләнгән.

Мәжит Ғафуриҙың «Ҡыҙыл йондоҙ» драмаһы оҙаҡ ҡына сәхнәлә ҡуйыла. «Ҡара йөҙҙәр» повесы ла сәхнәләштерелеп, төрлө йылдарҙа тамашасыға тәҡдим ителә. 2014 йылда ул ҡайтанан ҡуйылды. Дин, кеше һәм йәмғиәт мөнәсәбәттәре мәсьәләһе күтәрелгән әҫәр һаман да көнүҙәклеген юғалтмаған.

Мәжит Ғафури башҡорт әҙәбиәте, халҡыбыҙҙың рухи үҫешендә тәрән эҙ ҡалдырған шәхес шуға ла уның исемен мәңгелләштереүгә бигерәк тә юбилей йылында дәүләт кимәлендә иғтибар булырға тейеш тигән фекер белдерҙе түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар.

Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың юбилейы яҡынлаша

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста