«Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсында Хәйбулла районы данын Һаҡмар-Наҙарғол ауылы яҡлаясаҡ

«Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсында Хәйбулла районы данын Һаҡмар-Наҙарғол ауылы яҡлаясаҡ https://bash.news/news/111105_ajy_auyl2019_respublika_konkursynda_xjbulla_rajony_danyn_amarnaarol_auyly_yalayasa
30 ноя 2019, 23:20

Бәйгенең муниципаль этабы финалына үткән ике ауыл араһында Һаҡмар- Наҙарғол жюри тарафынан юғары баһаға лайыҡ булды.

Республика конкурсы халыҡ араһында айыҡлыҡты, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеү маҡсаты ла тормошҡа ашырыла.

15 августан 28 ноябргә тиклем ошо ауылдарҙа конкурсҡа ҡағылышлы айыҡ йәшәү, сәләмәт тормошто пропагандалау эштәре алып барылған. Уларҙа айырыуса ауыл советы, мәктәп, мәҙәниәт йорто коллективтары әүҙем ҡатнашҡан.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

«Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсында Хәйбулла районы данын Һаҡмар-Наҙарғол ауылы яҡлаясаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста