«Айыҡ ауыл» республика конкурсына Саҡмағош районы Рапат ауылы ла ҡушылды

«Айыҡ ауыл» республика конкурсына Саҡмағош районы Рапат ауылы ла ҡушылды https://bash.news/news/111106_ajy_auyl_respublika_konkursyna_samaosh_rajony_rapat_auyly_la_ushyldy
30 ноя 2019, 23:20

Ауылда төп иғтибар сәләмәт быуын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Бының өсөн тейешле шарттар ҙа булдырыла: спорт менән шөғөлләнеүселәргә төрлө секциялар, ауыл мәсетендә балалар өсөн дин дәрестәре үткәрелә. Рапат халҡы йыл һайын «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында ҡатнаша.

Айыҡ тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән акция талаптарына ярашлы, Рапат ауылында күләмле сара үтте. Унда урындағы мәктәп, мәҙәнәит йорто коллективтары, бөтә ауыл халҡы ҡатнашты. Йыр-моңға һәләтле үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ауылдаштарына концерт программаһы тәҡдим итте.

Кисәлә гәүһәр туйҙарын билдәләгән Ильясовтар ғаиләһе тәбрикләнде. Рапаттарҙың «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеп сығыуға өмөтө ҙур. Маҡсаттары – конкурста ҡатнашып башҡа ауылдарҙы ла сәләмәт тормошҡа саҡырыу.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсына Саҡмағош районы Рапат ауылы ла ҡушылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста