Башҡортостанда йәшәүсе чечендар берҙәмлек яҡлы

Башҡортостанда йәшәүсе чечендар берҙәмлек яҡлы https://bash.news/news/111107_bashortostanda_jshse_chechendar_bermlek_yaly
30 ноя 2019, 23:21

Бөгөн республикала йәшәүсе чечен милләтле халыҡтың олоһо кесеһе «Торатау» Конгресс-холында йыйылып йәмғиәттә үҙеңде тотоу, әхләҡи ҡиммәттәр тураһында әңгәмәләште.

Осрашыу Чечен республикаһы башлығы ҡарары менән ойошторола. Беҙҙең төбәкктә 1 мең ярым чечен милләте вәкиле йәшәй, уларҙың биш йөҙө баш ҡалала төпләнгән. Ниндәйҙер санкциялар, сәйәси ҡараштар төрлөлөгөндә лә милләт-ара татыулыҡты һаҡлап ҡалыу мөһимлеге билдәләнде. Осрашыуҙар киләсәктә лә үткәреләсәк, артабан ул лекциялар форматында була.

Джамбулат Умаров, Чечен республикаһының милли сәйәсәт, тышҡы бәйләнештәр, матбуғат һәм мәғлүмәт министры: “Йыш ҡына беҙҙең халыҡҡа ниндәйҙер негатив хәл-ваҡиғаларҙы бәйләргә маташыу осраҡтары булғылай. Улар ысын булған хәлдә лә, булмаһа ла чечен халҡының милли йөҙөнә тап төшөрә. Шундай кире тәьҫораттар уята торған ваҡиғаларҙы булдырмау, тәртип, әхләҡ тураһында республиканан ситтә йәшәгән яҡташтар менән осрашып һөйләшәбеҙ”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башҡортостанда йәшәүсе чечендар берҙәмлек яҡлы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста