Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар бөгөн тарихи датаны билдәләне

Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар бөгөн тарихи датаны билдәләне https://bash.news/news/111108_chernobyl_eemtlren_btr_atnashyusylar_bgn_tarixi_datany_bildlne
30 ноя 2019, 23:21

1986 йылдың 30 ноябрендә атом электр станцияһы авария ликвидаторҙары саркофаг төҙөлөшөн тамамлай. Был эш тирә-яҡ мөхитте радиактив матдәләрҙән һаҡлау маҡсатында башҡарыла.

Йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре бөгөн митингҡа йыйылды. Сара Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан геройҙарға арналған һәйкәл эргәһендә үтте. Ул быйыл йәй Еңеүҙең 50 йыллығы скверында сафҡа ингәйне.

Чернобылгә Башҡортостандан ғына 10 мең самаһы кеше ебәрелә. Нурланыу олоно ла, кесене лә аямай, күптәр йәшләй генә вафат була. Бөгөн республикала төрлө техноген авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан дүрт меңгә яҡын кеше йәшәй. Митингҡа килеүселәр һәләк булыусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алды.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар бөгөн тарихи датаны билдәләне

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста