БСТ ОТР-ҙа!

БСТ ОТР-ҙа! https://bash.news/news/111109_bst_otra
30 ноя 2019, 23:22

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын ОТР телеканалында ҡарарға мөмкин.

Республиканың төп телевидениеһы «Алтын фонд»ына ингән бай йөкмәткеле программалар федераль мультиплекстың 9-сы телеканалында таңғы 6-нан алып иртәнге 9-ға һәм киске 5-тән 7-гә тиклем күрһәтелә.

Ҙур аудиториялы телеканалда башҡорт программалары бөгөндән Бөтә Рәсәй төбәктәрендә трансляциялана. ОТР эфирҙарында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында сыҡҡан мәғлүмәт, танып-белеү һәм «Тамыр» балалар телеканалы әҙерләгән тапшырыуҙар күрһәтелә.

Автор: Флорида Ким.

БСТ ОТР-ҙа!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста