Өфөлә халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы Кәрим Хәкимовҡа таҡтаташ асылды

Өфөлә халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы Кәрим Хәкимовҡа таҡтаташ асылды https://bash.news/news/111112_fl_xalybyy_danlyly_uly_krim_xkimova_tatatash_asyldy
30 ноя 2019, 23:57

Башҡорттоң данлыҡлы улы Кәрим Хәкимов Яҡын көнсығышта Хиджаз, йәғни бөгөнгө Сәғүди дәүләтенең инглиз империалистарының баҫымынан ҡотолорға, йәш Совет республикаһы менән хеҙмәттәшлек булдырып, уларҙың да мөстәҡиллеген нығытыуға ҙур өлөш индергән илсе. Ваҡытында уның тырышлығы Сталин хакимиәте менән баһаланманы. Әммә хәҡиҡәт алыҫтан күренә тигәндәй, бөгөн Ҡыҙыл Паша Кәрим Хәкимовтың ни тиклем дөрөҫ сәйәсәт алып барғанлығы аңлашыла. Был турала хатта яңыраҡ Президент Владимир Путиндың Сәғүд Ғәрәбстанына сәфәре барышында билдәләнде. Күренекле башҡорт дипломатының ғүмер юлын БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова байҡаны.

Кәрим Хәкимов һәм Әхтәм Абушахманов, совет дипломаты һәм актер. Улар икәүһе лә Ҡыҙыл Паша булып халыҡ хәтеренә ингән. Әммә тәүгеһенә был яҙмышты үҙ башынан кисерергә, икенсеһенә уны өйрәнергә һәм йөрәге аша үткәреп халыҡҡа еткерергә тура килә. Әхтәм Абушахманов әйтеүенсә, ролгә инеү ауыр булмай, сөнки ул Кәрим Хәкимов шәхесе менән йәш саҡтан уҡ ҡыҙыҡһына. Икенсенән, сәхнә оҫтаһы совет дипломатының биографияһын ныҡлап өйрәнә, хатта ғаилә ағзалары менән осраша. Хәҙисә ханым уға аяныслы ла, ҡыҙыҡлы ла тарихтарҙы күп һөйләй.

Кәрим Хәкимов 1892 йылда Бишбүләк районы Дүсән ауылында тыуған, Һарғайлы-мең ырыуы башҡорто. Ҡайһы бер тарихи мәғлүмәттәрҙә ябай крәҫтиән,

икенселәрендә киреһенсә хәлле ғаилә, атаһы батрак тотҡан тип бирелгән. Нимәһе бәхәсһеҙ, тап ғилемгә ынтылышы, зирәклеге, уртаҡ тел таба белеүе уны батшалар кимәлендә эшләрлек дәрәжәгә күтәрә. Совет дипломаты, ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы илсе. Кәрим Хәкимов Сәғүд дәүләтенең барлыҡҡа килеүендә ҡатнаша һәм ил менән идара иткән хакимдың яҡын дуҫына әйләнә, ярымутрау халҡының ышанысын яулай. Хатта, ҡиммәтле бүләктәр менән ғәжәпләндерәләр.

Кәрим Хәкимов йәш советтар республикаһы менән ғәрәп дәүләттәре араһындағы мөнәсәббәттәргә нигеҙ һалған легендар шәхес. Ситтә ул һәр ваҡыт тыуған яғын һағынып йәшәй. Әйләнеп ҡайта, әммә халыҡ дошманы мөһөрө һуғып атыла. Ҡатыны Хәҙисә һигеһ йылға Алжир төрмәһенә ябыла. Туғандары фото-документтарҙы өй ҡыйығында ғына һаҡлап ҡала. Мәҫәлән, Кәрим Хәкимовтың әсәһенә бүләк иткән яулығы, музейға килгән ғәрәптәр әйтеүенсә, бик ҡиммәтле һәм ҡулдан туҡылған икән. Тартыу төрөпкәһе иһә тарихи фотолар аша таныш, уны туғандарына Кәрим Хәкимов ҡулға алынғандан һуң килтереп бирәләр. Ә Йәшертен тамға һуғылған архив документтары һуңғы йылдарҙа ғына асыла. Улар хәҙер Дүсән музейында һаҡлана.

Кәрим Хәкимов ғәрәп илдәрендә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе, он, кәрәсин, һабын һымаҡ совет тауарҙарын һатыуҙы ойоштора, сауҙа хеҙмәттәшлегенә нигеҙ һала. Ғәрәптәр әле лә юғары сортлы онды "Московский" тип йөрөтә. Ә Кәрим Хәкимовты оло хөрмәт менән иҫкә ала. Дәүләт хакимы уның вәкәләттәре тамамланғандан һуң башҡа кешене был вазифала күрергә теләмәй, Советтар Союзы менән дә бәйләнештәр өҙөлә. Хеҙмәттәшлек ил тарҡалғандан һуң, 90-сы йылдарҙа ғына яңынан тергеҙелә.

Кәрим Хәкимов әле Рәсәй Ислам университеты урынлашҡан Ғәлиә мәҙрәсәһендә белем ала. Был аҙнала йортта мемориаль таҡтаташ асылды, күреүегеҙсә, мәғлүмәттәр дүрт телдә яҙылған. Осраҡлы ғына түгел Кәрим Хәкимовтың бар ғүмере халыҡ ара эшмәкәрлек менән бәйле, ул үҙе лә туғыҙ телдә иркен аралаша. Тарихсылар фекеренсә, һуңғы йылдарҙа Кәрим Хәкимовтың шәхесенә иғтибар арта, әммә дипломматтың тормош юлы тейешле кимәлдә өйрәнелгән тип әйтеп булмай, уның биографияһында асылмаған биттәр күп.

Автор: Р.Кәримова.

Өфөлә халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы Кәрим Хәкимовҡа таҡтаташ асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста