“Өфө ҡалаһы ни өсөн бысраҡ?”: Радий Хәбиров боҙлауыҡ менән бергәләп көрәшергә саҡыра

“Өфө ҡалаһы ни өсөн бысраҡ?”: Радий Хәбиров боҙлауыҡ менән бергәләп көрәшергә саҡыра https://bash.news/news/111113_f_alay_ni_sn_bysra_radij_xbirov_bolauy_menn_berglp_krsherg_sayra
01 дек 2019, 00:00

Баш ҡалабыҙ юлдары быйыл айырыуса батҡаҡлы. Көндәр ярайһы уҡ һыуытһа ла урамдарҙа бысраҡ туңманы. Автоһәүәҫкәрҙәр машинаһын көн дә йыуып аҙапланһа, йәйәүлеләр аяҡ кейемдәрен таҙартып хәле бөттө. Ни өсөн шулай бысраҡ һуң тау башындағы ҡалала? Яуапты Радий Хәбиров белә. Социаль селтәрендә ул был күренешкә аңлатма бирҙе.

Быға тиклем республикала юлдарға ҡом йәки тоҙ һибелә ине. Тәүгеһе ҡышын батҡаҡҡа әйләнеп ,йәйен саң ҡойонона әйләнһә, тоҙ автомобилдәрҙе серетә. Белеүебеҙсә быйыл «Бионорд» тип аталған реагент ҡуллана башланыҡ. Боҙлауыҡ барлыҡҡа килеү ихтималлығы булғанда ғына. Сөнки ул ҡарҙы , боҙҙо мейес кеүек иретә. Шул реагент юлдарҙы бысратып ята ла инде. Әммә... Әммәһе менән БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар байбулатов ҡыҙыҡһынды.

Биҙрәләге һыуҙы алмаштырып ҡына өлгөр, ти Роза Яҡшымбәтова. Яҙ миҙгеле лә, ауыл ере лә түгел, әммә һәр береһенең артынан даими рәүештә йыуыштырып торорға кәрәк. Бындай күренеш һуңғы айҙа халыҡ күпләп йөрөгән Өфөнөң барлыҡ урындары өсөн дә хас. Бигерәк тә дауаханалар һәм сауҙа үҙәктәрендә. Килеп тыуған хәлдән нисек тә булһа ҡотолоу өсөн ишек алдарына һалынған материал да, хатта бахила ла ярҙам итә алмай. Сөнки урамдағы бысраҡ аяҡ-кейемдәре аша биналарға үтеп инә.

Ысынлап та, ҡыш миҙгеленә аяҡ баҫһаҡ та Өфө урамдары яҙҙы хәтерләтә. Асфальттың ныҡ бысраныуын белгестәр быйыл ҡалала тәүге тапҡыр «Бионорд» реагенты ҡулланыла башлауы менән аңлата. Был материал махсус рәүештә юлдарҙағы боҙлауыҡҡа ҡаршы уйлап сығарылған. Рәсәйҙә өс йыл элек кенә барлыҡҡа килгән химик матдәләр ҡатнашмаһын әлегә илдең бер нисә төбәге генә һынап ҡараған. Быйыл уларға Өфө лә ҡушылған.

«Бионорд» реагентын ҙур партияла һатып алыр алдынан ҡала властары башҡаларҙың тәжрәбәһен өйрәнгән. Мәҫәлән, күп кенә төбәктәрҙә был материал үҙен ыңғай яҡтан күрһәткән. Яңы технология һынауҙы беҙҙең тәбиғәт шарттарында ла уңышлы үткән. Сөнки әлегә тиклем ҡулланылған материалдарҙың береһе лә «Бионорд» кеүек көскә эйә түгел. Әммә өҫтәмә мәшәҡәте бар, ул да булһа яңы реагент бер нисә сәғәттән мотлаҡ рәүештә йыйып алынырға тейеш.

Юлға һибелгән материал йыйып алынамы-юҡмы, быныһы инде башҡа мәсьәлә. Һәр хәлдә, аҙна башы менән сағыштырғанда бөгөн Өфө урамдары күпкә таҙарып ҡалғандай күренә. Бәлки, һауа торошоноң һыуытыуы ла үҙ өлөшөн индермәй ҡалмағандыр. Нисек кенә булмаһын, әлеге ваҡытта баш ҡала урамдарында әллә ни боҙлауыҡ күҙәтелмәй. Был йәһәттән коммуналь хеҙмәттәр үҙ бурысын намыҫ менән үтәй.

Бер яҡтан уйлап ҡарағанда, ниһайәт, беҙҙең илдә лә боҙлауыҡҡа ҡаршы иң ҡулай ысул уйлап тапҡандар кеүек. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар. Атап әйткәндә, ҡайһы бер төбәктәрҙә йәшәүселәр бындай реагенттан бөтөнләй баш тартырға кәрәк тигән фекергә килгән. Сөнки урамдарға һибелгән ҡатнашма халыҡтың туран-тура кеҫәһенә һуға. Һәр хәлдә, «Бионорд»тан аяҡ-кейемдәре тиҙ туҙа, хатта йорт хайуандарының тәпәйҙәре лә химик бешеү ала тигән мәғлүмәт тә хафаланырға мәжбүр итә. Бер үк ваҡытта автомобиль кузовтарының ваҡытынан алда серей башлауы ла ихтимал.

Әлеге күренеш республика етәкселеге иғтибарына ла салынмай ҡалманы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урамдарға һибелгән ҡатнашмалар буйынса фекер алышырға саҡырҙы. Уның билдәләүенсә, боҙлауыҡ булмаһын өсөн бөгөн Өфөлә өс вариант ҡулланыла, әммә уларҙың барыһының да үҙ етешһеҙлеге бар. Әйтәйек, шул уҡ ҡом һәм тоҙ ҡатнашмаһынан йәй көндәре саң туҙаны күтәрелә, аварияларҙы иҫкәртеү йәһәтенән дә был материалдар «Бионорд»тан ҡалыша. Шуға ла республика етәксеһе иң ҡулай ысулды эҙләп табыу өсөн халыҡтан тәҡдимдәр көтөп ҡалыуын белдерҙе.

Автор: И.Байбулатов.

“Өфө ҡалаһы ни өсөн бысраҡ?”: Радий Хәбиров боҙлауыҡ менән бергәләп көрәшергә саҡыра

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста