“Таштар ни һөйләй?”: Мәҙәни мираҫ Өфө ҡалаһы йәшәүселәренә ҡамасаулай

“Таштар ни һөйләй?”: Мәҙәни мираҫ Өфө ҡалаһы йәшәүселәренә ҡамасаулай https://bash.news/news/111114_tashtar_ni_jlj_mni_mira_f_alay_jshselren_amasaulaj
01 дек 2019, 00:04

Батшалар заманында юл түшәүҙә икенсерәк алым булға. Бәлки, заманына күрә ул бәләкәй таштар ҙа нано кимәлендә булғандыр. Шуға ла быуаттар буйы ул таушалмай, һаҡланып ҡалған. Шулай ҙа ваҡыт аяуһыҙ. Суйыр таштарҙан төҙөлгән юлға артабан айыруса һаҡсыл ҡараш талап ителәсәк. Сөнки ул Башҡортостандың мәҙәни мираҫы иҫәбенә индерелде. Ни өсөн уға был статус бирелгән, һәм боронғо юлды нисек табырға? Таш юл буйлап БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева үтте.

Ә ул эргәлә генә. Телеүҙәк артында ғына таштан түшәлгән юл барлығын күптәр, хатта оҙаҡ йылдар Өфөлә йәшәүселәр ҙә белеп еткермәй. Асфальт юлдан уға төшөү менән гүйә, ваҡыт машинаһында бөтөнләй икенсе донъяға эләгәһең. Киң урамды иңләп аяҡ аҫтында шып-шыма таштар ята. Һәр береһе – тарих киҫәге.

Йылға юлы йөк ташыу өсөн файҙаланылған, тап ошо тәңгәлдә Ағиҙелдә күпер булған тигән мәғлүмәт бар. Тик уны дәлилләүсе факттар юҡ. Уның ҡарауы, юл яҡшы һаҡланған. Таштар тигеҙ итеп түшәлгән. Суйыр таштарҙы ҡайҙандыр алыҫтан ташымағандар, тау һәм йылға буйынан алғандар тип иҫбатлай ғалимдар.

Таш юл буйлап тәүҙә йорттар бөтөнләй булмаған, улар һуңынан барлыҡҡа килә. 20-се быуат башында уның менән ҡулланыусыларға аҡса түләргә лә тура килгән..

Ҡасандыр зиннәтлелек билдәһе булған юл эргәһендә хәҙер йәшәүселәргә ул шатлыҡ килтермәй. Бигерәк тә тау итәгендәгеләр зарлана.

Асфальт һалырға ла, төҙөкләндерергә лә мөмкин түгел, боронғо юлда рөхсәтһеҙ ниндәйҙер эштәр алып барыла икән – административ штраф һалынасаҡ. Сөнки ул бынан ары мәҙәни мираҫ объекты булараҡ дәүләт тарафынан һаҡлана. Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу фәнни етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәренең ике йыл буйы алып барған эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Тракт урамындағы таш юл ошондай статус алды.

Мәҙәни ҡомартҡының сиктәре 350 метр тирәһе билдәләнгән. Мираҫ өҫтөнән машиналарға үтеп йөрөү тыйылмаясаҡ. Әлбиттә, улар был участкала тиҙлеген кәметә. Урыны менән соҡорҙар барлыҡҡа килгән урындар бар. Ике йыл элек сентябрь айында көслө ямғырҙан хасил булған ташҡын эҙһеҙ үтмәгән. Шулай ҙа таштар ныҡ тығыҙ, уларҙы ҡуҙғатырлыҡ түгел. Ә быға тиклем уларҙы хатта мунса мейесенә соҡоп алыусылар булған”

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

“Таштар ни һөйләй?”: Мәҙәни мираҫ Өфө ҡалаһы йәшәүселәренә ҡамасаулай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста