“Эскелеккә ҡаршы”: Яңы йыл байрамдарында алкоголде һатыуҙы сикләү законы ғәмәлгә инерме?

“Эскелеккә ҡаршы”: Яңы йыл байрамдарында алкоголде һатыуҙы сикләү законы ғәмәлгә инерме? https://bash.news/news/111115_eskelekk_arshy_yay_jyl_bajramdarynda_alkogolde_atyuy_sikl_zakony_mlg_inerme
01 дек 2019, 00:24

Республика хөкүмәтенә Радий Хәбиров килеү менән эскелеккә ҡаршы көрәш арта төштө. Был йәһәттән суррогат һатыусыларға көслө «һунар» башланды. Сөнки тап ялған араҡы, билдәһеҙ шыйыҡсалар эсеү арҡаһында үлем осраҡтары йыш теркәлә ине. Хәйер, һәр ҡан ҡойоштоң да нигеҙендә ошо асоциаль күренеш ята.

Тәүҙә айыҡ һабантуйҙар, сығарылыш балдары эскеһеҙ, хәҙер сират халыҡтың айырыуса киң билдәләргә яратҡан яңы йыл байрамдарына. Яңы йылды нисек ҡаршылайһың, шулай үткәрерһең тигәндәй, хәҙер ҡыш бабай ҙа беҙҙең йорттарға айныҡ киләсәк. Балаларға бүләк тапшырғандан һуң өлкәндәр менән аш-һыу бүлмәһендә лә йәшенеп ултырмаясаҡ. Закон шулай ҡуша. Дөрөҫ, әле әҙерләнә генә, әммә уның үтәсәгенә шик юҡ. Ләкин ҡануниәттең һөҙөмтәлелегенә ҡараш төрлөсә. Уларҙы БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин барланы.

Ирек наркология диспансеры пациенты. Байрам табындарынан һуң ул бында йыш ҡунаҡлай. Килгән һайын яңы тормош башларға вәғәҙәләй. Әммә йәшел йылан үҙенекен итә.

Табиптар фекеренсә, алкоголизм тәү сиратта эселгән спиртлы шыйыҡсаның күләме менән бәйле. Йәғни, уны аҙна-ун көн дауамында өҙлөкһөҙ ҡулланһаң, "стакан төбөнә ҡолау"ҙы көт тә тор. Яңы йыл каникулдары тап ун көн. Табындан тормаһаң йәшел йылан менән дуҫлашыу хәүефе юғары.

Әмир Ваһапов, табип-нарколог: “Бер аҙна йәки бер ай буйы элитный спиртлы эсемлектәрен эсһәң дә ағыулыныу ҡотолғоһоҙ”.

Статистиканан күренеүенсә, оҙайлы байрамдар мәлендә йәмғиәттә енәйәт, үлем һәм үлтереш, суицид, янғындар арта. Был бигерәк тә Яңы йылдың тәүге ун көнөнә хас күренеш.

Марат Абдуллин, «Айыҡ Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары: “Тәүге ун көндә Рәсәйҙә 15 меңгә яҡын кеше күберәк үлә. Алкоголдән ағыуланыу осраҡтары ла кәмендә 500-гә күберәк”.

Оҙайлы Яңы йыл каникулдары мәлендә теркәлгән кире күренештәрҙе иҫәпкә алып Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән республикала алкоголде һатыуҙы сикләү тураһында закон проекты әҙерләнә. Документ байрам мәлендә ваҡлап һатыу селтәре аша иҫерткес эсемлектәрҙе сауҙаға сығарыуҙы кәметеүҙе күҙаллай.

Гүзәлиә Ғәлимова, БДУ-ның кафедра мөдире, иҡтисади фәндәр кандидаты: “Йәштәр ныҡ алкоголгә бирелеп китмәһен, тәртипте боҙмаһын тип кенә сикләү индерелә, минеңсә. Финанс яҡтан ниндәйҙер йоғонто яһарға һөм кире яғы булыуы мөмкин түгел сөнки ул бик аҙ ғына ваҡытҡа тарала. Иң күбендә бер тәүлек, йәки ниндәйҙер сәғәттәр”.

Алкоголь акциздары бюджетты тулыландырыусы төп сығанаҡтарҙың береһе булып килде. Әммә һуңғы йылдарҙа иҡтисадта уларҙың күләме кәмей бара тигән фекерҙә белгестәр. Ҡаҙналағы өлөшө яҡынса 10 процент менән баһалана. Һалымды продукцияны етештереүсе йылына бер тапҡыр түләй. Шуға ла белгестәр сикләүҙәр финанс юғалтыуҙар килтермәйәсәк тигән ышаныста.

«Юлдаш» радиоһында ижтимағи сәйәси тапшырыуҙар алып барыусы журналист Бәйтулла Фәтҡуллин фекеренсә, эскелеккә ҡаршы башҡа юл әҙләргә кәрәк. Өлөшләтә сикләү ҡулланыуҙы кәметеү урынына, киреһенсә, арттырыуы бар тигән фекерҙә ул. Миҫал итеп Михаил Горбачев уҙғарған «ҡоро закон» сәйәсәтенә һылтана.

Бәйтулла Фәтҡуллин, журналист: “Улар алдан әйтеп ҡуясаҡтар һатып алыусыға иртәгә беҙҙең кибеттә араҡы һатылмай , бөгөн күберәк алығыҙ тип әйтеп торасаҡтар. Әлеге көндә ғәмәлдә булған "ҡоро көндәр" алдынан да һатыусылар шулай итеп иҫкәртеп тора”.

Закон проектын әҙерләүселәр ҙә сикләү заман афәтенән ҡотолоуҙың берҙән-бер әмәле түгел тигән фекерҙә. Был алым ни бары бигерәк тә йәш быуын вәкилдәренә эскелеккә ҡаршы ҡараш тәрбиәләү өсөн мөһим.

Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: “Алкоголь менән бәйле күренештәрҙе закон менән генә тыйып булмай. Был тәү сиратта йәштәрҙә алкоголдә йәмғиәттә кире ҡараш булыуы күрһәткесе, тәрбиә сараһы. Йәштәр белеп үҫергә тейеш эскелектең насар күренеш булыуын”.

Илебеҙҙә оҙайлы яңы йыл каникулдары тап шул мәҙәниәтле ял итеү маҡсатында барлыҡҡа килде. Кешеләр саф һауа һулаһын, саңғыла шыуһын, ҡыштың матур мәлдәрен тойһон тигәйнеләр. Кеҫәһе ҡалындар шундуҡ Куршавелгә осто, урта хәллерәктәр Абҙаҡ тау саңғыһы комплексына юлланды. Ябай халыҡтың күпселек өлөшө иһә иң арзан күңел асыу сараһын тапты. Ярты литрҙан һуң тау саңғыһына баҫмайынса ла эйфория кисерергә мөмкин. Әлегә тиклем оҙайлы ялдарҙан килгән зыян хаҡында уйланманыҡ та хатта.

Мәсьәләнең киҫкенлегенә, Радий Хәбиров республикаға тәғәйенләнеүенең тәүге көндәрендә үк иғтибар итте. Район-ҡалаларҙа үткән рейдтар алкоголь менән законһыҙ сауҙа күләмен фашланы. Халыҡты ағыулаусылар менән көрәш әле лә тынмаған. Ғәҙәти супермаркет һәм магазиндарҙа ла алкоголгә сикләүҙәр индерелде. 25 май – Һуңғы ҡыңғырау, 1 сентябрь – Белем көнө алдынан, һабантуйҙар мәлендә алкоголь һатыу тыйылды. Бер саралар үҙ емешен бирә, тигән фекерҙә белгестәр. Шуға ла һыналған алымды Яңы йылда ҡулланыу тәҡдиме индерелде. Радий Хәбиров фекеренсә, бушлыҡты тулыландырырға кәрәк. Оҙайлы каникулдарҙа халыҡ үҙенә шөғөл табырға тейеш.

Йәш быуын яңылыҡҡа һиҙгер ҙә, ололар менән нишләргә? Йолаға әйләнә барған яман ғәҙәттән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы спорт һәм яҡындарыңа хәстәрлек күрһәтеү тигән фекерҙә Башҡортостандың Воркаут федерацияһы рәйесе урынбаҫары Роберт Дәүләтшин. Яңы йылда ла ул әүҙем ял итергә, тауға үрмәләргә, саңғыла шыуырға, һыбай йөрөргә саҡыра. Ҡала халҡына иһә үҙәк майҙандарҙа ойошторолған айыҡ байрам сараларында ҡатнашырға мөмкин.

Роберт Дәүләтшин Башҡортостандың воркаут федерацияһы рәйесе: “Мәҫәлән һәр йыл 1 ғинуар Башҡортостанда айыҡ йүгереү ойошторола. Уға төрлө сәйәсмәндәр, зыялылар ҡушыла. Уға һеҙ ҙә ҡушыла һәм балаларығыҙға үрнәк күрһәтә алаһығыҙ”.

Спорт сараларынан тыш төрлө мәҙәни саралар ҙа оҙайлы Яңы йыл табындарынан арынырға мөмкинлек бирер. Шуға ла каникулдар мәлендә кинотеатр, драма театрҙары, төрлө сәнғәт усаҡтарының эшмәкәрлеге һәм хатта, ҡала үҙәктәрендә ҡоролған шыршы майҙансыҡтарына ла иғтибар бермә-бер арта. Мәсьәлә Башҡортостан башлығының шәхси контролендә.

Яңы йыл байрамдарында алкоголде һатыуҙы сикләү тураһындағы закон проекты әле йәмәғәтселек иғтибарына сығарылған. Барлыҡ тәҡдимдәр Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа йәки парламенттың рәсми сайтында ҡабул ителә. Декабрь башына профилле комитетта ҡанун башланғысы буйынса фекер алышыу уҙғарыла. 19 декабрҙә иһә закон проекты парламенттың сираттағы пленар ултырышында беренсе уҡыуҙы үтергә тейеш.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

“Эскелеккә ҡаршы”: Яңы йыл байрамдарында алкоголде һатыуҙы сикләү законы ғәмәлгә инерме?

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста